Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ноябрь 2020, 19:45

Иҫкенән яңыға күсерергә!

Иҫке йорттоң бер фатирында йәшәйһеңме? Тиҙҙән, һине шәхси йортҡа күсереүҙәре ихтимал...

Рәсәйҙә 2017 йылға тиклем барлығы 10,5 миллион квадрат метрҙы тәшкил торлаҡтар авария хәлендә тип билдәләнгәйне. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылға тиклем уларҙың һаны йәнә күбәйеүе ихтимал. 2019 йылда Росстат илдәге торлаҡтарҙың 65 проценты насар торошта тип белдерҙе. Тимәк, иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙан кешеләрҙе күсереү программаһын киңәйтеү һәм тиҙләтеү талап ителә. Ошоно күҙ уңында тотоп, “Берҙәм Рәсәй” партияһы кисә, йәғни 12 ноябрҙә, тәҡдим индерҙе һәм был мәсьәләне онлайн-кәңәшмәлә ҡараны.
Дәүләт Думаһы депутаты Александр Якубовский иҫке йорттарҙа йәшәүселәрҙе шәхси йорттарға күсереүҙе тәҡдим итә. “ИСЖ (индивидуальное жилищное строительство) сегменты үҫешә. Тимәк, бәләкәй ҡалаларҙа, тораҡ пункттарҙа йәшәүселәрҙе тиҙ арала авария хәлендәге йорттарҙан күсерергә мөмкин”,--ти ул.
Шулай уҡ Александр Якубовский капиталь ремонт өсөн яңы йортта йәшәүселәр менән иҫке йортта йәшәүселәр бер үк хаҡ түләргә тейеш түгел тигән фекерҙә.
“Башҡортостанда халыҡтың күпселеге ауыл ерлегендә йәшәй. Район үҙәктәрендә лә авария хәлендәге иҫке йорттар бик күп. Улар шәхси торлаҡҡа күсергә бик шатланып ризалашыр ине. Был программа бәләкәй ҡалалар, ауылдар өсөн уңайлы. Өфөлә ИЖС өсөн ер күп түгел, әммә ҡала ситендә күпләп шәхси йорттар ҡалҡа. Ғөмүмән, әлеге программа авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы тиҙ арала күсерергә ярҙам итер тип ышанам”,- ти Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев.
Читайте нас: