Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ноябрь 2020, 11:00

Ҙур этнографик диктант яҙайыҡ

Сибай ҡалаһында ҙур этнографик диктантты яҙыуға ҡушылыу буйынса координатор булып ҡаланың мәҙәниәт бүлеге методисы Гөлгенә Мәжит ҡыҙы Теләүшина билдәләнгән.--Ҡалала меңдән ашыу кеше ҙур диктанттың тестарын үтеп, сертификат алды. Күптәр социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә тәьҫораттары менән бүлеште,--ти Гөлгенә Мәжит ҡыҙы.—Мин үҙем дә тестың 30 һорауына яуап бирҙем. Айырыуса Башҡортостанға, милли музыка ҡоралдарына, мәҙәниәтебеҙгә ҡағылышлы һорауҙар булыуы оҡшаны. Барығыҙҙы ла саранан ситтә ҡалмаҫҡа, белемегеҙҙе тикшереп ҡарарға саҡырам.

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған саралар сиктәрендә, “Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғрифәт акцияһы старт алды. Ул бишенсе йыл рәттән үткәрелә һәм ошо йылдар дауамында унда 46 илдән 1 200 000 тирәһе кеше ҡатнашҡан.
“Ҙур этнографик диктант”ты Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Удмурт Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһында иһә Мәҙәниәт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштора.
Быйылғы диктант 3–8 ноябрь арауығында онлайн-алымда үтә. Ул халыҡтың этнографик, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар тураһында белем кимәлен баһаларға, киң ҡатлам йәмәғәтселектең иғтибарын милләт-ара татыулыҡ һәм берҙәмлек мәсьәләләренә йүнәлтергә булышлыҡ итә.
Диктант яҙыуҙа Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн рәсми сайтҡа (https://miretno.ru/) инеп, “Пройти Диктант” тигән бүлекте һайларға кәрәк.
Быйыл диктанттың рәсми сайты инглиз һәм испан телдәренә тәржемә ителгән. Үтәлергә тейешле күнегеүҙәр https://miretno.ru/ сайтында баҫылған. Улар дөйөм федераль өлөшкә ҡағылышлы 20 һорауҙан һәм Рәсәйҙең һәр субъектына ҡағылышлы айырым 10 һорауҙан тора.
Диктантты үтәү өсөн 45 минут ваҡыт бирелә. Ошо ваҡыт үтеү менән һорауҙарға яуап биреп булмай. Барлыҡ эштәрҙе дөрөҫ башҡарып, иң күбе 100 балл йыйырға мөмкин.
Диктантты тамамлау менән ҡатнашыусыға электрон формалағы сертификат эшләнә, унда һөҙөмтә лә күрһәтелә. Быйыл дөрөҫ яуаптарҙы шунда уҡ ҡарап, сығанаҡтарға һылтанма менән тарихи белешмә алырға мөмкин.
Тесты үтеп бөткәндән һуң рәсми сайтта (https://miretno.ru) үҙ төбәгеңә ҡағылышлы гугл-форманы тултырырға, этнографик диктант яҙыуҙың датаһын һәм ваҡытын раҫларға кәрәк.
“Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғариф акцияһы хаҡындағы тулыраҡ мәғлүмәттәр менән www.miretno.ru сайтында танышырға мөмкин. Әйткәндәй, был үҙенсәлекле сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проектты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Диктантты ойоштороусылар эште башҡарған саҡта төшкән фотоларҙы социаль селтәргә #БольшойЭтнографическийДиктант хэштегы менән ҡуйырға саҡыра.
#нацпроекты#миллипроекттар