Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Октябрь 2020, 18:15

40 йыл көттөм шул һүҙен...

--Йәй бынау тажзәхмәтенән шул тиклем ныҡ ауырыныҡ. Рәистең үҙенең хәле саҡ булһа ла мине баға: Гөлдәр, үлеп кенә ҡуйма! Беҙ һинһеҙ ҡалайтабыҙ! Яратам бит мине һине!—тигән һүҙҙәре йәшәүҙән төңөлгән ерҙән кире терелтте. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу йәшәп, түшәккә ятҡас ҡына был һүҙҙәрҙе иремдән ғүмеремдә беренсе тапҡыр ишеттем,--ти Гөлдәр Мортаза ҡыҙы.

28 октябрь—Ҡартәсәйҙәр һәм ҡартатайҙар көнө
Октябрь айы өлкән быуын вәкилдәренә айырым иғтибар бүлә торған ваҡыт. Ай бышында Ололар байрамы уҙғарылһа, ай аҙағында Ҡартәсәйҙәр һәм ҡартатайҙар көнө билдәләнә.
Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе Гөлдәр һәм Рәис Ҡадыровтар 3 улдары һәм 3 ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙер. 40 йылдан ашыу донъя йөгөн бергә тартҡан ир менән ҡатын күптән бер бөтөнгә әйләнеп бөткән.
--Йәй бынау тажзәхмәтенән шул тиклем ныҡ ауырыныҡ. Рәистең үҙенең хәле саҡ булһа ла мине баға: Гөлдәр, үлеп кенә ҡуйма! Беҙ һинһеҙ ҡалайтабыҙ! Яратам бит мине һине!—тигән һүҙҙәре йәшәүҙән төңөлгән ерҙән кире терелтте. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу йәшәп, түшәккә ятҡас ҡына был һүҙҙәрҙе иремдән ғүмеремдә беренсе тапҡыр ишеттем,--ти Гөлдәр Мортаза ҡыҙы.
Башҡорт ирҙәре бит һүҙгә һаран булһа ла, һөйөүҙәрен эштәре менән иҫбатлаусан. Ҡадыровтарҙың 18 сутый еренең һәр мөйөшөнә, ике ҡатлы күркәм йортоноң һәр ҡаҙауына хужаның тылсымлы ҡулдары ҡағылған. Ялтырап торған донъяла бөтә уңайлы шарттар ҙа тик хужабикә өсөн булдырылған. Бында яратыу һүҙҙәрен әйтеү кәрәк тә түгел, Гөлдәр Мортаза ҡыҙының ҡәҙер-хөрмәттә йәшәүе уның йөҙөнөң балҡышынан, Рәис шулайт, Рәис былайт тип ипле генә иренә йомош ҡушыуынан, холоҡ-фиғеленән күренә.
-- Өфө авиация институтын тамамлағандан һуң 26 йыл Сибай политехник колледжында автомобилдәрҙе хеҙмәтләндереү дәресен алып барҙым. Эшем тимергә бәйле булһа ла, күңелем ағасҡа ята. Ағасты һырлап эшләү, төрлө йыһаздар яһарға яратам,--ти башҡорт Кулибины Рәис Фәйзулла улы.
Улдары Урал, Салауат, Руслан атайҙарына оҡшап, техника менән булышыуға әүәҫ.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса Ҡадыровтар өлкән ейәндәре Роланды тыуғандан үҙҙәре тәрбиәләй. Егеткә хәҙер 18 йәш, ул Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында электромонтер һөнәрен үҙләштерә. Тик бишкә генә өлгәшә, футбол менән етди шөғөлләнә.
--Шундай ҡартәсәй менән ҡартатайым булыуына яҙмышыма рәхмәтлемен! Улар минең өсөн бөтәһе лә! Оҙаҡ йылдар Сибай үҙәк дауаханаһының наркология бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләгән ҡартәсәйем Гөлдәр Мортаза ҡыҙына бәләкәй саҡтан өй эштәрендә булышам, эште ҡыҙҙарҙыҡы, малайҙарҙыҡына бүлмәйем. Ҡартатайым иһә ысын ир-егет булараҡ, хеҙмәт һөйөүе, талапсан, етди булыуы, үҙ-үҙен тотошо менән өлгө,--ти Ролан. Минән тыш Аделина, Алан исемле ейән-ейәнсәрҙәренә лә улар ныҡлы терәк һәм таяныс.
Күптән түгел ҡәҙерлеләре Роланға машина һатып алып биргән. Элек улар малай өсөн өҙөлһә, олоғайып барғандарында ейәндәре уларҙы хәстәрләй. Донъя күсәгилешлеген ошонда күргән ҡартатай менән ҡартәсәй яҙмыштарына рәхмәтле.
Үҙ көстәре менән булдырған донъялары сынъяһау, улдары, ейәнсәре-ейәндәре бар, тормоштары етеш, туған-тумасалары, дуҫтары-яҡындары иҫән. Күптән түгел кинйә улдары Руслан өйләнгән. Тимәк, Ҡадыровтар тағы ла ишәйәсәк.