Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Октябрь 2020, 21:55

ҠАЙҘА МИНЕҢ БАТЫРЫМ?

Хыялындағы “принц” менән осрашыу өсөн пенсионерка 1,1 млн һум аҡсаһын күсерә.

Яңғыҙлыҡ бер Аллаға килешһен, тиҙәрме әле? Ысынлап та, кеше нисә генә йәштә булһа ла үҙенә иш эҙләй. Тик ҡайһы саҡ саманан сығып ныҡ ышана, башын юғалта...
Екатеринбург ҡалаһында йәшәүсе 64 йәшлек ҡатын 2019 йылдың авгусында интернет киңлектәрендә бер генерал менән таныша. Ир сит илдә “ҡыҙыу нөктә”лә хеҙмәт итеүен белдерә. Уныһы оҙаҡ ҡына аралашып, ҡатындың ышанысына инеп алғас, осрашырға теләүен белдерә һәм отпуск бирһендәр өсөн етәкселеккә ҙур суммала ришәүәт бирергә кәрәклеген әйтә. Хыялындағы “принц” менән осрашыу өсөн пенсионерка 1,1 млн һум аҡсаһын күсерә. Сөнки генерал осрашҡас та ул аҡсаны ҡайтарырға вәғәҙә бирә. Аҡсаны ҡулына алғас та, “генерал” башҡаса бәйләнешкә инмәй.
Әйткәндәй, ошондай уҡ хәл уҙған йыл июнь айында Мәскәүҙә булғайны. Баш ҡалала йәшәүсе ҡатын “подполковник”ка 1,5 миллион һум күсергәйне...
Йәмәғәт, интернет киңлектәрендә ете диңгеҙ аръяғынан “принц” эҙләй күрмәгеҙ. Бик булмаһа беҙгә, “Атайсал” гәзитенә мөрәжәғәт итегеҙ. Беҙҙә “Димсе мөйөшө” эшләй. Иғлан хаҡы ҡиммәт түгел, 100-150 һум тирәһе, анонимлыҡ һаҡлана.


Һүрәт интернеттан.
Читайте нас: