Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Октябрь 2020, 00:25

“Ер участкаларын кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм территориаль планлаштырыу сифаты”

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселегендә республикала инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу буйынса сираттағы кәңәшмә үтте.Унда “Ер участкаларын кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм территориаль планлаштырыу сифаты” Рәсәй субъекттарында инвестиция мөхите милли рейтингы күрһәткестәре буйынса мәсьәләләр ҡаралды. Был маҡсатлы модель бизнесты алып барыу, конкурентлыҡҡа һәләтте үҫтереү, тармаҡ эшен яҡшыртыу өсөн булдырылған.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселегендә республикала инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу буйынса сираттағы кәңәшмә үтте.
Унда “Ер участкаларын кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм территориаль планлаштырыу сифаты” Рәсәй субъекттарында инвестиция мөхите милли рейтингы күрһәткестәре буйынса мәсьәләләр ҡаралды. Был маҡсатлы модель бизнесты алып барыу, конкурентлыҡҡа һәләтте үҫтереү, тармаҡ эшен яҡшыртыу өсөн булдырылған.
Кәңәшмә видеоконференцбәйләнеш форматында ойошторолдо. Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Әлфиә Теүәлбаева билдәләүенсә, кадастр иҫәбенә ҡуйылырға тейешле процедураларҙы яҡшыртыу буйынса милли рейтингтың 2019 йылғы күрһәткестәре буйынса республика үҙ позицияһын түбәнәйткән.
Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец үҙ сығышында Рәсәй субъекттары эшмәкәрлегендә иң яҡшы ғәмәли өлгөләрҙе билдәләне. Александр Сидякин иһә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар алдына процедуралар һанын мөмкин тиклем кәметергә, тәьмин итеү саралары регламентын яңыртырға тигән бурыс ҡуйҙы. Проект офисында системаны ҡулайлаштырыу буйынса төрлө варианттар ҡаралды.
Кәңәшмәлә шулай уҡ Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль кадастр палатаһының Башҡортостан буйынса филиалы директоры Рөстәм Ғайсин, “Дәүләт кадастр баһаһы һәм техник инвентаризация” дәүләт бюджет учреждениеһы етәксеһе Рәмзил Хажиев сығыш яһап, ведомство-ара бәйләнештәрҙең үҙенсәлектәре, уларҙы дөрөҫ ойоштороу тураһында фекерҙәрен еткерҙе.
Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан белдереүҙәренсә, кадастр иҫәбенә ҡуйыу йәһәтенән “суперсервис” хеҙмәтен үҙләштереп ҡарарға кәрәк. Александр Сидякин был мәсьәләне киләһе кәңәшмәлә ҡарарға, өйрәнергә тәҡдим итте.
#нацпроекты#миллипроекты