Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Сентябрь 2020, 11:00

Башҡортостанда туристар өсөн йыйым индерелә

Республика Хөкүмәтендә аңлатыуҙарынса, республикала туристар ағымының ҡырҡа артыуына бәйле инфраструктураны: кемпингтарҙы, ял базаларын, отелдәрҙе яңыртыу талап ителә, юл буйы сервисын, навигацияны үҫтерергә кәрәк. Туристарҙан йыйылған аҡсаны шуға йүнәлтергә ниәтләйҙәр.

Түләүле объекттар исемлеген ай эсендә әҙерләргә, ә йыйымды 2021 йылдың йәйенә индерергә теләйҙәр. Йыйымдың суммаһы әлегә билдәһеҙ, ләкин, мәҫәлән, Ҡандракүлдә ял итеүселәрҙән тәүлегенә бер кешенән 150 һум алалар.
— Ошондай йыйым индереү “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүлеккә булышлыҡ итеү”милли проектына ярашлы ял урындарында тәртип урынлаштырыуға һәм туристар өсөн уңайлыҡ шарттар булдырыуға булышлыҡ итергә тейеш, - тине республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: