Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында Башҡорт теле йылына арналған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында ҡатнашыусылар төрлө майҙансыҡтарҙа оҫталыҡ дәрестәр алды.
Башҡорттар күпләп йәшәгән Силәбе өлкәһенән бер нисә уҡытыусы килгән, тәнәфестә шуларҙың береһе менән осрашып әңгәмәләштек.
– Әҙерәк күңелде ҡырған бер мәсьәлә тураһында әйтмәү мөмкин түгел: беҙҙә ҡыҙҙар һәм малайҙар туған башҡорт телендә үҙ-ара әллә ни аралашмай, – тине Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районы Ҡаратан урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Сөләймәнова. – Дәресте уйын формаһында алып барыу һәр йәһәттән дә отошло икәнен аңланым, был осраҡта инде уҡыусылар башҡорт телен өйрәнеүгә тиҙ ҡушыла. Тағы шуны төшөндөм: һорау-яуап кеүек диалог формаһында дәрес үткәрһәм, балалар теманы күңеленә яҡшы һеңдерә. Был осраҡта ла һәр береһенең һөйләшеүгә ынтылышы күренә. Ғөмүмән, балаларҙың уҡыуға ла, туған телен өйрәнеүгә лә теләге көслө.
Әлиә Эдуард ҡыҙы билдәләүенсә, улар Башҡортостандың тос ярҙамын тоя. Айырыуса уҡыу әсбаптары, эш дәфтәрҙәре, контроль эш дәфтәрҙәре кеүек уҡыу-уҡытыу кәрәк-яраҡтары Силәбе өлкәһе мәктәптәренә ебәрелгәс, педагогтар еңел тын алып ҡалған.
Башҡортостан мәктәптәренә килгәндә лә, һөйөнөслө хәлдәр ҙә, проблемалар ҙа бар. Мәҫәлән, Шаран районы Шаран ауылы 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Ҡадирова әйтеүенсә, ул уҡытҡан белем усағында балалар башҡорт телен дәүләт теле һәм туған теле булараҡ өйрәнә. Әлеге форумға килгәндә инде, ошондай ҙур һөйләшеүҙәрҙе йышыраҡ ойоштороу киләсәккә маҡсаттар билдәләгәндә ныҡ ярҙам итә.
Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылынан уҡытыусы Фирүзә Абдуллина әйтеүенсә, уларҙағы башҡорт мәктәбен рус мәктәбенә ҡушҡас, туған телендә һөйләшкән балаларҙа кире яҡҡа үҙгәреш һиҙелгән. "Минеңсә, башҡорт белем усаҡтарын берләштереп, дөйөм мәктәп яһарға мөмкин, - ти Фирүзә Абдуллина. - Мәҫәлән, Бишауыл-Уңғар, Шәрипҡол мәктәптәрен ҡушҡанда яҡшыраҡ булыр ине тип уйлайым".
Бәләбәй ҡалаһы башҡорт гимназия-интернатынан Тәнзилә Мәүлиева иһә үҙҙәрендә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙең күберәк булыуын билдәләй. "Беҙҙә 12 райондан уҡыйҙар. Балалар башҡорт телен ҙур теләк менән өйрәнә. Шулай ҙа проблемалар бар: китаптар, методик ҡулланмалар етешмәй. Шул уҡ ваҡытта ата-әсәләр менән күберәк эш алып барыу мөһим тип уйлайым. Башҡорт теле сәғәттәре күберәк, тип бара улар".
Әлшәй районы Раевка гимназияһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзиә Зарипова һүҙҙәренсә, ата-әсәләр менән балаларҙың фекерҙәре күп осраҡта тап килеп тә етмәй. "Уҡыусылар беҙҙең дәрестәрҙе шул ҡәҙәр ярата, дәртләнеп сығып китәләр. Ошондай мөнәсәбәт эшебеҙгә яңы һулыш, үҙебеҙгә ҡанат өҫтәй. Уҡыусыларыбыҙҙың туған телен өйрәнеүгә ҙур ынтылышы беҙҙең хеҙмәт дәртен тағы ла арттырып ебәрә", - ти ул.