АТАЙСАЛ
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Август 2020, 23:00
Уҡыусылар өсөн экскурсия
Мәғариф министрлығы Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамы менән Башҡортостан райондарындағы уҡыусылар өсөн экскурсия ойоштора.
Июль аҙағынан “Торатау” геопаркы дирекцияһы һәм республиканың Мәғариф министрлығы Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамы менән Башҡортостан райондарындағы уҡыусылар өсөн экскурсия ойоштора. Маршруттар “Торатау” геопаркындағы иң күркәм урындарҙан үтә. Әле Стәрлебаш, Әлшәй, Федоровка һәм башҡа райондарҙан бында 300-гә яҡын кеше килеп ҡайтҡан да инде.
Экскурсия барышында балалар Мәләүез районындағы Воскресенск тарихи биләмәһе, Красноусол минераль шишмәләре, Торатау шиханы, “Усолка” геологик разрезы менән таныша. Маршруттарҙың береһендә Ишембай районының Көҙән ауылындағы Әхмәтзәки Вәлидиҙең музейына барыу ҙа ҡаралған. Уҡыусыларҙы урындағы халыҡ иҫәбенән “Торатау” геогидтары оҙатып йөрөй.
Экскурсияларҙа ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса
[email protected]
электрон почтаһы аша мөрәжәғәт итергә була.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?