Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Август 2020, 14:00

БИТЛЕК КЕЙЕП ҒҮМЕР ҮТЕРМЕ?

Бер шулай Сибай вокзалында торабыҙ. Баймаҡ йүнәлешендә барырға теләүселәрҙе автобусҡа ултырырға саҡырҙылар. Автобус ишеге янына килеп баҫҡан контролер ҡыҙ:--Битлектәрегеҙҙе кейегеҙ! Юғиһә ултыртмайбыҙ, - тип һөрәнләне.Шул саҡ бер төркөм кешеләр араһында, арттараҡ торған 40 йәштәрҙәге ир:--Ай, Аллам, битлек кейем ғүмер үтте инде,--тине.Быны ишетеп һәммә халыҡ дәррәү генә артҡа боролоп ҡараны ла геү итеп көлөп ебәрҙе.Көлөрһөңмө, иларһыңмы шул...Әммә юҡ сара. Ғүмер һәм һаулыҡ мөһим. Кейергә тура килә...Кәм тигәндә йәнә ике йыл кейербеҙ, моғайын...


Бер шулай Сибай вокзалында торабыҙ. Баймаҡ йүнәлешендә барырға теләүселәрҙе автобусҡа ултырырға саҡырҙылар. Автобус ишеге янына килеп баҫҡан контролер ҡыҙ:
--Битлектәрегеҙҙе кейегеҙ! Юғиһә ултыртмайбыҙ, - тип һөрәнләне.
Шул саҡ бер төркөм кешеләр араһында, арттараҡ торған 40 йәштәрҙәге ир:
--Ай, Аллам, битлек кейем ғүмер үтте инде,--тине.
Быны ишетеп һәммә халыҡ дәррәү генә артҡа боролоп ҡараны ла геү итеп көлөп ебәрҙе.
Көлөрһөңмө, иларһыңмы шул...Әммә юҡ сара. Ғүмер һәм һаулыҡ мөһим. Кейергә тура килә...Кәм тигәндә йәнә ике йыл кейербеҙ, моғайын...
Медицина фәндәре докторы, эпидемиолог, вируслы инфекцияны профилактикалау һәм контролләү өлкәһендә эксперт Михаил Фаворов белдереүенсә, донъяла коронавирустың икенсе тулҡыны башланыуы бик ихтимал. Ул әйтеүенсә, октябрь башында вирус көсәйәсәк, быға тиклем сирләүселәргә ҡарағанда ауырыуҙы көҙ йоҡтороусыларға инфекцияны "күтәреү" ауырға тура киләсәк. Эксперт йәнә шуны белдерҙе: яҡын ике йылда битлекте сисеп булмаясаҡ әле. "Битлек кейеү беҙгә оҡшаймы, юҡмы, әммә кейергә тура киләсәк. Мин үҙем битлекте яратмайым, әммә кейәм",--ти ул.
Михаил Фаворов белдереүенсә, моғайын, октябргә тиклем "ябылыу" кәрәкмәҫ, әммә октябрҙән башлап март-апрель хәле ҡабатланыуы ихтимал. "Хаҡлы булмаһам, бәхетле булырмын", --тип тә өҫтәй эксперт.
Һаҡланыу сараларын күрегеҙ!
Фото интернеттан.
Читайте нас: