Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Август 2020, 22:00

Ҡағиҙәләр боҙоп ҡайҙа ашығабыҙ?

Баймаҡ районында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән.

Баймаҡ районында Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ юлының 127 километрында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, 40 йәшлек ир "Лада Гранта" автомобиле менән идара иткән саҡта, юлдан ситкә сығып китеп, йылғаға барып төшкән.
Алынған йәрәхәттәрҙән водитель шунда уҡ йән биргән. Билдәле булыуынса, ул идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, юғары тиҙлек менән бармағыҙ, ҡаршы юлға сыҡмағыҙ, и:ерек килеш руль артына ултырмағыҙ! Зинһар, ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ! Кире осраҡта был күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал.