АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Август 2020, 22:50

ЯТ НОМЕР ШЫЛТЫРАТЫР...

Кисә хәбәр иткәйнек инде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға түләү буйынса Башҡортостанда автоинформатор эш башланы. Йәғни һеҙ ғаризала күрһәткән телефон һандарына ят номер шылтырата һәм ғариза буйынса ҡабул ителгән ҡарар хәбәр ителә. Шуға ла телефондарығыҙ тоҡанған булһын.--Йәнә 64 мең ғариза ҡаралыу өҫтөндә. Ә түләүгә барлығы 130 мең кеше ғариза биргән. Иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 20.00 сәғәткә ҡәҙәр робот шылтыратып сығасаҡ һәм һөҙөмтәне еткерәсәк. Түләү аласаҡ граждандарға йыл башынан иҫәпләнеп, аҡса күсереләсәк. Әйткәндәй, ҡағыҙ эше менән ата-әсә түгел, беҙҙең белгестәр шөғөлләнә. Был түләү--етди ярҙам, әгәр ғаиләлә кеше башына йәшәү минимумы тура килмәһә ( 9804 һум) һәр балаға 4894, 5 һум ҡаралған,--тип белдерә Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры--хеҙмәт министры Ленара Иванова.Ведомствонан асыҡлауҙарынса, республика Башлығы был түләүҙе тиҙләтергә, 1 октябрҙән дә һуңға ҡалмаҫҡа ҡушҡан.

Кисә хәбәр иткәйнек инде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға түләү буйынса Башҡортостанда автоинформатор эш башланы. Йәғни һеҙ ғаризала күрһәткән телефон һандарына ят номер шылтырата һәм ғариза буйынса ҡабул ителгән ҡарар хәбәр ителә. Шуға ла телефондарығыҙ тоҡанған булһын.
--Йәнә 64 мең ғариза ҡаралыу өҫтөндә. Ә түләүгә барлығы 130 мең кеше ғариза биргән. Иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 20.00 сәғәткә ҡәҙәр робот шылтыратып сығасаҡ һәм һөҙөмтәне еткерәсәк. Түләү аласаҡ граждандарға йыл башынан иҫәпләнеп, аҡса күсереләсәк. Әйткәндәй, ҡағыҙ эше менән ата-әсә түгел, беҙҙең белгестәр шөғөлләнә. Был түләү--етди ярҙам, әгәр ғаиләлә кеше башына йәшәү минимумы тура килмәһә ( 9804 һум) һәр балаға 4894, 5 һум ҡаралған,--тип белдерә Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры--хеҙмәт министры Ленара Иванова.
Ведомствонан асыҡлауҙарынса, республика Башлығы был түләүҙе тиҙләтергә, 1 октябрҙән дә һуңға ҡалмаҫҡа ҡушҡан.