Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Август 2020, 22:35

ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШЫУҘАН КӘМЕМӘЙ, Ә АРТА

Хәбәр итеүебеҙсә, 22 июлдә Башҡортостандан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов етәкселегендә 42 медицина хеҙмәткәре Ҡырғыҙстанға юлланғайны. Улар 7-8 кешенән торған бер нисә төркөмгә бүленеп, Ҡырғыҙ Республикаһының төрлө төбәгендә коллегаларына ярҙам күрһәтте.

Һуңғы аҙнала һәр төркөм Ҡырғыҙстандың 2-5 районында булып, COVID-19 инфекцияһы эләктереүселәр госпиталдәрендә ярҙам күрһәткән. Улар урындағы баш табиптар менән санэпидрежим булдырыуға өлгәшкән, "ҡыҙыл" һәм "йәшел" зоналар , өҫтәлмә душ кабиналары эшләткән. Коронавирустан ауырыусы пациенттарҙы дауалау буйынса кәңәштәр биргән, реаниматологтар менән бергә ауыр хәлдәгеләрҙе баҡҡандар, яһалма тын алыу аппаратына тоташтырғандар. Дөрөҫ тын алыуға ярҙам итерҙәй күнекмәләр буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелгән.
Яҡташтарыбыҙҙы район башлыҡтары, дауаханалар администрациялары Рәхмәт хаттары менән бүләкләгән.
Джелалабад ҡалаһында эшләүсе 5-се төркөм етәксеһе, Нефтекамск ҡалаһы дауаханаһының анестезиология һәм реаниматология бүлеге мөдире Илгиз Хәлимйән улы Хатипов белдереүенсә, Ҡырғыҙстан табиптары юғары компетенциялы, тәжрибәле. Улар туңдырылған плазма ҡуллана, был, әйткәндәй, клиник эффект бирә. "Беҙҙе һәр ерҙә йылы ҡаршы алдылар",--тип һөйөнә яҡташтарыбыҙ.