Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Июль 2020, 00:15

ЯРҘА КЕЙЕМДӘРЕ ГЕНӘ ЯТЫП ҠАЛҒАН...

75 йәшлек ҡартатай 6 йәшлек ейәнен эйәртеп һыу инергә китә һәм кире әйләнеп ҡайтмай...

75 йәшлек ҡартатай 6 йәшлек ейәнен эйәртеп һыу инергә китә. Был Арғаяш районында (Силәбе өлкәһе) булған хәл. Баҡсаға килгән булалар. Һыу инергә китеп тә оҙаҡлағастар, өләсәй кеше уларҙы эҙләргә һыу буйына төшә. Ярҙа уларҙың кейемдәрен генә күреп эҙләнеү-ҡотҡарыу отрядын саҡырта. Улар ярҙан дүрт метр алыҫлыҡта, өс метр тәрәнлектә ир менән баланың кәүҙәһен табып ала.
Ошо уҡ көндә Миәс ҡалаһында 40 йәшлек ир ҙә йылға төбөнә китә.
Ғөмүмән, эҫе көндәрҙә һәр кем йылға-күл буйына ашыға, әммә хәүефһеҙлек сараһын күҙәтмәй. Әле бөгөн Талҡаҫ күлендә лә икәү батҡан тигән хәбәр йөрөй... Теүәл генә асыҡланғас, билдәле булыр, моғайын.
Зинһар өсөн, һаҡ булығыҙ! Яҡындарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы, балаларығыҙҙы бер туҡтауһыҙ иҫкәртеп тороғоҙ. Бәлә-ҡазалар урап үтһен.
Фото: интернеттан.