Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Май 2020, 10:00

Балалар сәләмәтлеген ҡайғыртып

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты Хәйбулла районының социаль учреждениеларына ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Май башында эре сәнәғәт предприятиеһы етәкселеге “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының балалар бүлеге палаталарын өҫтәмә комплектациялар менән тулыландырған.

-- Балалар бүлеге палаталарына урынлаштырыу өсөн бер нисә карауат, тумбочка, һыу йылытҡыс, микротулҡынлы мейес һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып килдек,--ти Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Р.Б.Аблаев, аҡ халатлыларға бүләктәрен тапшырып.—Балалар сәләмәт булһын, медицина хеҙмәткәрҙәре киләсәк быуындың һаулығы һағында ныҡлы торһон. Беҙ үҙ нәүбәтебеҙҙә дауаханаға ярҙам күрһәтеүҙе артабан да дауам итербеҙ.
#нацпроекты#миллипроекттар