Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Апрель 2020, 15:30

ЗӨЛФИӘ НИҢӘ СӘСҺЕҘ?

Зөлфиә Ҡудашева ни өсөн бындай аҙымға барған?Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, бейеүсе Зөлфиә Ҡудашева үҙенең яңы образын нисек аңлата?

Бейеү көнө алдынан инстаграм селтәрендә билдәле бейеүсе Зөлфиә Ҡудашеваның тулыһынса сәсен алдырған фотоһын күреп, күптәр аптырап ҡалғандыр, моғайын. Үҙенең был аҙымын бейеүсе түбәндәгесә аңлата:
“Барыһы ла яҡшы, Аллаға шөкөр. Өйҙә ултырған мәлдә яңырырға уйланым. Дөрөҫөн әйтәм: сал инә башлаған сәстәремде ураған һайын буятыуҙан ялҡтым. Ҡайһы ваҡытта айына ике өс тапҡыр ошо процедураларҙы башҡарарырға тура килә ине. Иремде ике көн күндерҙем“.
Бар ғүмерен бейеүгә бағышлаған Сибай ҡыҙының был аҙымына күптәр ышанмай, фотошоп тип тә иҫәпләй. Әммә сәсен алдырыу менән Зөлфиә Ҡудашева бейеүенән туҡтамай, сафта ҡалыуын дауам итә.