Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Апрель 2020, 16:00

ШУЛАЙ ҘА БУЛА...

27 март көнө иртәнсәк йәштәрҙең игеҙәк балалары—ҡыҙ һәм малай тыуа. Ҡыҙға - Корона, малайға Ковид тип исем ҡушалар.

Һиндостандың Чхаттисгарх штатындағы Райпур ҡалаһы, башҡа төбәктәр кеүек үк, карантинға ябылған. Тышта йөрөү тыйыла. Әммә төрлө хәлдәр килеп сыға, өйҙә генә ултырып булмай шул. Мәҫәлән, 26 март көнө кис 27 йәшлек Прити Верманың тулғағы тотоп, ауырып китә. Ҡатындың ире “Тиҙ ярҙам” саҡырта. Дауаханаға китешләй уларҙы полиция туҡтата. Хәлде күргәс, хоҡуҡ һаҡлау органдары уларҙы ебәрә.
27 март көнө иртәнсәк йәштәрҙең игеҙәк балалары—ҡыҙ һәм малай тыуа. Ҡыҙға - Корона, малайға Ковид тип исем ҡушалар.
--Коронавирус инфекцияһы арҡаһында күп ҡаршылыҡтар кисерҙек. Балаларҙың исеме беҙгә ошо карантин мәлен иҫләтеп торор. Беҙ ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар ғына күрмәнек был осорҙа, ә күп нәмәгә төшөндөк. Һаулыҡтың, ғаиләнең иң ҡәҙерле булыуын аңланыҡ, --ти ҡатын.
Мәғлүмәт интернет селтәренән алынды.
Читайте нас: