Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы, Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе айырым граждандар категорияһына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Бында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, элекке әсирҙәр күҙ уңында тотола, уларға 25 мең һумдан түләү ҡаралған. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларҙың ғаилә ағзаларының һуғыш мәлендә 6 айҙан да кәм булмаған хеҙмәт стажы бар икән, уларға 5 мең һум бирелә.
Был түләүҙәрҙе 2020 йылдың апрель-май айҙарында алырға мөмкин. Бынан тыш Рәсәй Президенты Указына ярашлы, 75 һәм 50 мең һумлыҡ түләүҙәр ҙә үҙ көсөндә ҡала.
Был түләүҙәрҙе алыу өсөн ғариза яҙыу кәрәкмәй.
Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 738 кеше, 285 һуғыш инвалиды, 99 канцлагерь әсире, 98 Ленинград ҡамауында булыусы, 20 320 тыл хеҙмәтсәне йәшәй. Һәләк булыусы яугирҙең ғаилә ағзаһы булараҡ түләү алыуға хоҡуҡлы 7912 кеше иҫәпләнә.