Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Март 2020, 11:20

Ваҡытты файҙалы үткәрәйек!

Сибай ҡалаһының “Тиҫтер” балалар һәм үҫмерҙәр клубы 12 апрель--Космонавтар көнөнә арналған “Космос саҡыра!” һүрәттәр һәм ҡул эштәре интернет-конкурсы иғлан итә.

Сибай ҡалаһының “Тиҫтер” балалар һәм үҫмерҙәр клубы 12 апрель--Космонавтар көнөнә арналған “Космос саҡыра!” һүрәттәр һәм ҡул эштәре интернет-конкурсы иғлан итә. “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” программаһы сиктәрендә ойошторолған ярышҡа эштәр 30 марттан 12 апрелгә ҡәҙәр ҡабул ителә. Конкурсҡа тәғәйенләгән һүрәттәрегеҙҙе һәм ҡул эштәрен фотоға төшөрөп vk.com/id540257187 һылтанмаһына ебәрегеҙ. Исем-шәрифегеҙҙе, йәшегеҙҙе, бәйләнеш өсөн контакттарығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ.
#нацпроекты#миллипроекттар