Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Март 2020, 20:00

Әгәр миңә ҡарамаһаң, әбейҙән сихырлатам

Сихырға килгәндә...ул да бар. Бәләкәй саҡта: “Әгәр миңә ҡарамаһаң, әбейҙән сихырлатам”,—тип таҡмаҡ йырлағаным хәтерҙә. Тормошта улай итергә тура килмәне...

Ғүмеребеҙҙең яртыһын социаль селтәрҙә үткәрәбеҙ бит инде. Әле килеп актер Шәһит Хамматовтың “ҡармағы”на ҡаптым: бәпесемде күрһәтәм, 40 көнө үткәнен дә көтмәйем, ырым-сихырға ла, күҙ тейеүгә ышанмайым!—тигәс, хәҙер генә яңы тыуған сабыйы--Ҡәҙриәне күрәм икән тиһәм, өр-яңы айфонын күрһәттесе!?
Ә күҙ тейеүгә килгәндә, күҙ тейә, тейгәндә ҡайһылай тейә! Үҙемде сибәрҙәр рәтенә индермәйем, әммә мәктәптә эшләгәндә бер уҡытыусы: “Өфөнән матурайып ҡайттың”,-- тип ике тапҡыр ҡабатлағанында ла битемә сиҡан сыҡты. Илай-илай битемде ҡырҡтырып, һауығып сыҡҡас был тағы кабинетыма инде лә (унда инде аҫтан ғына ҡуҡыш күрһәтеп торҙом): “Ҡайһылылай гөлдәрең шаулап сәскә атып ултыра!”--тип һоҡланды теге. Иртәнсәк килһәм, гөлдәрем һулып ултыра.
Шунда ҡаты күҙле кешеләр, ысынлап та, барлығына, күҙ тейеүгә ныҡлы инандым...
Сихырға килгәндә...ул да бар. Бәләкәй саҡта: “Әгәр миңә ҡарамаһаң, әбейҙән сихырлатам”,—тип таҡмаҡ йырлағаным хәтерҙә. Тормошта улай итергә тура килмәне...
...Күршем икенсе балаһын табып өйҙә ултырғанында йәйге иртәлә тышҡа сыҡһа, тупһала эре-эре аяҡ тырнаҡтары ятыуын күреп усына йыйып алған.
--Нишләп ир бында ултырып тырнаҡ ҡырҡы икән? Ҡырҡҡас, нишләп йыйып алманы икән?—тип уйлап уларҙы ҡулына алғас ҡына, “Ах!”—тип ҡала ла шундуҡ ике бүлкәттән генә торған тупһаларынан йығылып та төшә.
Нишләп һаман инмәй икән тип ире тышҡа сыҡһа, хәләленең тора алмай ултырыуын күрә. Тубыҡ һөйәге ярылып, ныҡ ыҙаланды, бисараҡай. Мәскәү клинакаһында протез ҡуйҙырҙы, уның Румыниянан алып килеүҙәрен көтөп яфаланды башта.
Йорт төҙөгәндә уға ингән төп ишекте һуң эшләттек. Иҙәне , түбәһе бар, ишеге юҡ ине. Һыу үткәрә башлап иҙән аҫтын асһаҡ, унда дәү эт үлеп ятмаһынмы?!
Иҙән аҫтына ҡайҙан, нисек ингәндер, билдәһеҙ. Әммә шул осорҙа иремдең ауырыуҙан башы сыҡманы. Яман сир тип тә бөттөләр. Этте сығарып ташлағандан һуң ирем йүнәлеп китте.
Шунан нисек ышанмайһың сихырға? Тик бына уның менән кем һәм ни өсөн шөғөлләнеүен генә аңлай алмайым!?
Читайте нас: