АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Февраль 2020, 00:15

Һыйырын ҡар баҫҡан

--Үҙегеҙҙең балағыҙҙы үҙегеҙ көтөгөҙ, минең һыйырым бар!Шулай малын балаһынан яҡын күргән әсәйемдең һыйырын ҡотҡарырға таңдан кеше эҙләнек.

Күптәр һуңғы арала сыҡҡан көслө буранды февралдә үк аҡман-тоҡман ҡотора, мартта +20 градусҡа ҡәҙәр йылытасаҡ ти, сөнки быйыл айҙар берәр айға алдан килә тип фаразлай. Кисәге күҙ асҡыһыҙ буран ҡотто осорҙо былай: урамыбыҙҙа яҡтылыҡ һүнде, автомобилдәр ҡарға күмелде. Туҡтауһыҙ ыжғырыуҙы тыңлап ятып саҡ йоҡлап китһәм, ҡара таңдан, сәғәт 4 -тә әсәйемдең шылтыратыуы уятты.
--Һыйырым торған кәртәнең эсе тулы ҡар, тыштан да көрт баҫҡан. Ике сәғәт уны көрәп маташтым, һарай тәҙрәһенә етеп эскә ҡараһам һыйырымдың башы ғына күренеп тора, үҙе ҡар аҫтында ҡалған,ти, илаулап.
--83 йәштә һиңә һыйыр аҫрау нимәгә? Беҙгә ҡалаға килеп йәшә лә, ажғыр буранды минең кеүек тәҙрәнән генә күҙәт.
--Һеҙҙә нисек көн үткәрәм мин?
--Гел бил бөгөп эшләп йөрөгән ҡарсыҡ булыуыңды ҡуйып, ҡәҙерле генә әбей булып өйөбөҙ түрендә ултыр. Ана ейәнсәреңде мәктәпкә оҙат, ҡаршы ал.
--Үҙегеҙҙең балағыҙҙы үҙегеҙ көтөгөҙ, минең һыйырым бар!
Шулай малын балаһынан яҡын күргән әсәйемдең һыйырын ҡотҡарырға таңдан кеше эҙләнек. Беҙ унда теләһәк тә бара алмайбыҙ, сөнки унда ла юл юҡ. Ярай ауылда ир-егеттәр бар, ирем шуларҙың береһенә шылтыратып ҡәйнәмдең һыйырын ҡаҙып сығар инде, ҡар баҫҡан ти бит тип үтенде. Ысынлап та ихатаһы ҡар менән булған булған. Кәртәне көрәп асһа, һыйыры һин дә мин көйшәп тора икән. Эстә ҡар әҫәре юҡ, ти.
Буран ыңғайына ҡаңғырған әсәйемә кәртә эсе тулы ҡар булып күренгән. Шуға ла ул төнө буйы йоҡламай, һәүкәше менән һөйләшкән. Уныһы әсәйем нисә тапҡыр һин ҡайҙа тиһә, шунсама мөңрәй икән... Эштән һуң барһаҡ, буран да тынған, әсәй ҙә тынысланған, һыйыр ҙа имен.
Әсәйем менән һыйыры һөйләшә-һөйләшә ҡыш сығып киләләр былай...
Читайте нас: