АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Февраль 2020, 18:10

«Конец света»

"Конец света"ның ҡайҙа, ҡасан булыуын кем белә? Ә мин уны үҙ күҙҙәрем менән күрҙем...

Эштән һуңға ҡалып ҡайтып барам. Туҡталышта бер бәләкәй генә малай ҙа төшөп ҡалды. «Ҡайһы урамға бараһың? Ҡайҙа йәшәйһең?»--тием юлаусыма. «Где конец света»--ти малай. Нисә йыл Арҡайымдың иң алыҫ урамдарының береһендә йәшәп тә ахыры заман беҙҙең яҡта булғанын белмәгәнмен! Минең аптырауымдан шып туҡтауымды күреп шуҡ малай: «Хәҙер күрһәтәм ул ерҙе»,--тип яуапланы. Шым ғына артынан барам, ахыры заман ерен үтеп китмәйем тип тегенең һәр хәрәкәтен күҙәтәм. Симаков урамына барып еткәйнек, малай бына «конец света» тине башына яҡтылыҡ лампаһы ҡуйылған һуңғы бағанаға төртөп. Рәхәтләнеп көлдөм, ысынлап та, тап ошо ерҙә яҡтылыҡ бөтә шул. Ә миңә һәм минең яҡта йәшәүселәргә өйҙәренә ҡайтып етеү өсөн тағы дүрт урам үтәһе бар ине.
Шул ахыры заман сигендә йәшәне Арҡайымдың Ғарипов, Бобров, Йолалы, Малихов урамдарында йәшәүселәр. Былтырға ҡәҙәр «Конец света» ысынлап та беҙҙә ине. Хәҙер беҙҙең яҡҡа ла, ниһайәт, цивилизация етте.