Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2020, 17:00

Үлгәндәрҙең ҡәберен беләйек

Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының үҫмерҙәр моделле китапханаһында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттары эҙләү буйынса йәмәғәт ҡабул итеүҙәрҙе дауам итә.

Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының үҫмерҙәр моделле китапханаһында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттары эҙләү буйынса йәмәғәт ҡабул итеүҙәрҙе дауам итә.
--17--24 февраль арауығында беҙҙең хеҙмәткә 12 кеше мөрәжәғәт итте. Шуларҙың өсәүһе телефондан шылтыратып белешмәләр алһа, 3-әүһе интернет селтәре аша бәйләнешкә сыҡты, --ти үҫмерҙәр моделле китапханаһы мөдире Н.Н.Ғәлина.—Баймаҡ районы Йәнйегет мәктәбенең тарих уҡытыусыһы яуҙа һәләк булған 22 яҡташының исемлеген ебәргән.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре һуғышта һәләк булғандар хаҡында хәбәр юллашып биреүҙә ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер.