Баймаҡ ҡалаһының «Йондоҙло» балалар баҡсаһының “Ҡояшҡай” һәм “Бал ҡорттары” төркөмдәре балалары һәм атайҙары «Тере хәтер» сараһына йыйылды. Бөйөк Еңеүҙең --75, Рәсәй ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 31 йыл тулыуға арналған кисәлә тыл ветеранының ейәнсәре Зилә Әминева һәм “Хәрби берҙәмлек” ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Руслан Сабитов ҡатнашты. Ҡунаҡтар яугир ҡартаталарының тормош, яу юлы, күргән-кисергәндәре хаҡында һөйләне. Оло быуын өлөшөнә төшкән ауырлыҡтар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
--Атайҙар, балалар үҙҙәрен төрлө ярыштарҙа һынап ҡараны. Ир-егеттәребеҙҙең етеҙ, таһыллы булыуҙарын күреү илебеҙ ышаныслы ҡулдарҙа булыуын тағы берҙе иҫбатланы,--ти сараны ойоштороусы тәрбиәселәрҙең береһе Лилиә Дилмөхәмәтова.--Йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон, ҡыйыу, батыр һалдат булыу теләге уятыу, юғары идеалдарға тоғролоҡ тәрбиәләүҙә бындай сараларҙың әһәмиәте ҙур.