Бер ауылда бер тауҙың эйәһе бар тигән имеш-мимеш йөрөгән. Шул тауҙан үтеүсегә йә эт, йә бүре, йә башҡа шәүлә күренгән. Һауынсы ҡатындарға йыш ҡына ошо тәңгәлдән үтергә тура килә. Шулай бер көндө, ҡар ҡатыш ямғыр яуған, әсе елле көҙгө иртәлә бер һауынсы эшкә юллана. Аяғында резина итек, өҫтөндә куртка, башында шәл. Бара торғас кемдер уның арҡаһына һуға башлай. Етмәһә шырҡ-шырҡ итеп көлгәндәй була. Апайҙың ҡото оса. Ҡурҡышынан тиҙерәк фермаға барып етеү уйы менән йүгерә башлай. Ә теге ҡәбәхәт уның арҡаһына һуғыуҙы туҡтатмай, шарҡылдап көлөүен дә дауам итә. Һауынсы илар сиккә етә. Хәле бөтөп тәғәйен урынға килеп етә. Үҙе тынысланып туҡтағас, теге лә юҡҡа сыға. Сисенә башлағас, ни күҙе менән күрһен: шәленә яуған ҡарлы ямғыр боҙ булып ҡатҡан да арҡаһына “һуғып” барған икән. Ә боҙҙан ҡурҡҡан ҡатындан резина итек “шарҡылдап көлгән”…