Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2020, 18:00

ҺАНДАРЫ—ПАРЛЫ, ҒҮМЕРҘӘРЕ ЛӘ ПАРЛЫ БУЛҺЫН!

Ҡасан никахлашырға? Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Хәҙер ғашиҡ йәндәр никах һәм туй көндәрен матур датаға тура килтереп үткәрергә тырыша.
Мәҫәлән, әле 20 февралдә (20.02.2020) никах теркәү теләге менән республика ЗАГС-тарына 362 ғариза тапшырылған. Уларҙың 99-ы--Өфөлә. Был дата кесе йомаға тура килә.
Башлыса “2” һанынан торған 22 февралгә лә (22.02.2020) өҫтөнлөк биреүселәр бар.
Әлбиттә, был дата никах көнөн хәтергә ҡалдырыу йәһәтенән яҡшы, әммә ғаилә бәхете өсөн был һан ғына нигеҙ була алмай. Шуға ла йәштәргә сабырлыҡ, аҡыл һәм һүрелмәҫ мөхәббәт теләйбеҙ.
Матур дата һайларға теләүселәргә шуны ла әйтәбеҙ: быйыл 20 март (йома, 20.03.20), 20 июнь (шәмбе, 20.06.20), 20 ноябрь (йома, 20.11.20) ҡабатланған һандарҙан тора.