Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ғинуар 2020, 13:00

ИЗГЕ ҺАН

Кешенең тирә-йүне, ғүмере серле ете менән тулы кеүек. Ғәжәп хикмәтле лә, серле лә ул.Шулай уҡ башҡорттарҙың ете төп ҡағиҙәһе бар. Улар менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

Ете ҡағиҙәне үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ!
Башҡорттарҙа 7 һаны изге һанала. Әҙәмде донъяла шул етелек уратып тора кеүек: өҫтә ете ҡат күк, аҫта-ете ҡат ер. Күктә ете йондоҙ, ерҙә ете мәғдән. Аҙнаның ете көнө, йәйғорҙоң ете төҫө. Моңдоң ете өнө. Ете мөғжизә. Шуныһы ғәжәп: ожмахы ла ете ҡатлы, тамуғы ла. Әҙәмде ҡотҡармаҡ булып ете ясин сығалар, үлгәс етеһен уҡыталар.
Етелә етегәнгә табынғандар, етегән шишмәне маҡтағандар. Ете быуын ата-бабаны белеү фарыз һаналған.
Әкиәт батырҙары ете юл сатында ете башлы аждаһаны еңгәндәр, ете төн уртаһында шашынған ен-пәрейҙәрҙе ҡыйратҡан. Сер булһа, уны ете йоҙаҡ менән бикләгәндәр, хазинаны ете ҡат һандыҡ эсендә һаҡлағандар. Ете ятты ятҡа иҫәпләгәндәр. Иң ҡаты яҙа итеп ете ҡат тиреһен тунағандар. Зирәктәр ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен ишеткәндәр. Батырҙар ете диңгеҙ, ете тау гиҙгәндәр. Теүәлдәр ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫер булғандар. Бәхетлеләр ете йәннәт ишеген асып ингәндәр. Еңелгәнде етегә бөкләп һалғандар.
Кешелә ете һиҙемләү һәләте бар. Кешенең тирә-йүне, ғүмере серле ете менән тулы кеүек. Ғәжәп хикмәтле лә, серле лә ул.
Шулай уҡ башҡорттарҙың ете төп ҡағиҙәһе бар:
  1. Ҡул таҙалығы. Был артыҡ әйбергә ынтылмау, башҡалар өлөшөнә теймәүҙе аңлата. Хәлеңдән килһә, мохтаждарға хәйер биреү, йәғни ярҙам итеү хуплана.
  2. Ҡолаҡтар таҙалығы. Тупаҫ, яуыз уйлыларҙы ишетмәү, ғәйбәт тыңламау.
  3. Күҙҙәр таҙалығы. Күҙҙәрҙе насарлыҡтан, яуызлыҡтан, көнсөллөктән һаҡлау.
  4. Тел таҙалығы. Күп һәм ялған һөйләүҙән тыйылыу. Өндәшмәү—алтынға бәрәбәр.
  5. Тән һәм кейем таҙалығы. Тәнеңде лә, кейемеңде лә һәр саҡ таҙа тоторға кәрәк.
  6. Уйҙар таҙалығы. Баштан кире, яуыз уйҙарҙы ҡыуырға кәрәк. Үҙеңә йәлләп ҡарау ярамай. Изге эштәргә үҙеңде дәртләндереп тороу яҡшыраҡ.
  7. Күңел һәм йөрәк таҙалығы. Яратырға һәм уға алмашҡа бер ни һорамаҫҡа. Ошо тормошто, кешеләрҙе, тирә-яҡты яратыу—үҙе үк бәхет!
  8. Читайте нас: