АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ғинуар 2020, 19:05

ӨҪТӘЛ ЙӘМЕ - УРАМА

Гөлгөнә Байегетованан рецепт тәҡдим итәбеҙ…

Гөлгөнә Байегетованан рецепт тәҡдим итәбеҙ…
Ураманы был юлы аш һеркәһе ҡушмай ошо рецепт буйынса бешерҙем, шулай уҡ уңып беште :

3 йомортҡа
3 аш ҡалағы һөт
1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо
сәй ҡалағы осонда ғына тоҙ
семтем генә сода
2 стакан он.

Йомортҡаға һөт, шәкәр ҡомо, тоҙ ҡушып болғап күпертеп алғандан һуң, теүәл ике стакан он ҡушып ҡамыр баҫтым, онға семтем генә сода ҡушылған булырға тейеш . Өҫтөн ҡаплап бер-аҙ ваҡыт ҡуйып торҙом. Ҡамырҙы өс өлөшкә бүлеп һалмаға йәйгән кеүек йәйеп ситтәрен семәрләп 3-4 см яҫылыҡтағы таҫмаларға киҫеп сыҡтым. Һәр таҫманы берәмләп ағасҡа уратып алып ҡыҙыу майҙа бешерҙем. Бешергән саҡта ураманы өйрөлтөп торор кәрәк.
Рецепт Гөлгөнәнең сәхифәһенән алынды.
Читайте нас: