Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ғинуар 2020, 11:20

Эшкә ҡыуыу

Тороғоҙ әле, ағайҙар, һәммәһен эшкә ҡыуығыҙ...

Баҫыуҙар сәселмәй хәҙер, ферма ла емерек, ырҙын табағы ла ер йотҡандай юҡҡа сыҡҡан. Шөғөл иткән, донъя көткән кешеләр күҙгә салынмай. Баштары шаңҡып ғәмһеҙ ҡымғыр-лаған йәмһеҙҙәрҙе иҫәпкә алмаһаң урамдар буш. Тынлыҡ. Ҡолаҡ тондорғос тынлыҡ.
Ауылда туғандарым ҡалманы. Ихласлап кемуҙарҙан саҡыралар ҙа ул, ҡаршы сығып атың бәйләрлектәр булмағас, ирәүәнләп ҡунаҡларға дәрт тә төшмәй. Ҡайтһам тәбиғәткә сығ-ам, зыяратҡа боролам. Бында шундай урын, саҡырып та тормайҙар, ҡыумайҙар ҙа. Ана, управляющийҙың ҡәбере, ул оҫта ойоштороусы ине, арыраҡ егәрле агроном ята, аҡыллы парторг та бында. Көн һайын ҡояш сыҡмаҫ элек һәммәһен эшкә ҡыуған бригадир янын-да оҙаҡ туҡталдым. Уларға ҡысҡырып өндәшке килә: “Тороғоҙ әле, ағайҙар, дөйөм хеҙм-әтте ойоштороғоҙ, сәсегеҙ-урығыҙ, ырҙын табағын тау-тау ашлыҡ менән тултырығыҙ, йыл-ғалай аҡҡан һөт етештерегеҙ, ер ябып йөрөгән мал аҫырағыҙ! Ә һин, бригадир, һәммәһен яңынан ҡырға ҡыу, сыбыртҡы менән ялландырып тартып ҡыу, ятмаһындар мәрткә киткә-ндәй йоҡомһорап, һеҙҙең һымаҡтар булһа бәлки тормош көйләнер, яйға төшөр.”
Читайте нас: