АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Декабрь 2019, 11:40

Мандаринды күп ашаһаң...

Табиптар көнөнә 4 мандарин ашау һаулыҡҡа зыян килтермәй тип иҫәпләһә, диетологтар иһә иртәнсәк һәм киске бишкә тиклем ҡурҡмайынса ашарға була тип иҫәпләй. Ләкин ас ҡарынға түгел. Аллергия был тәмлекәстәрҙе саманан тыш күп ашауҙан барлыҡҡа килә

Табиптар көнөнә 4 мандарин ашау һаулыҡҡа зыян килтермәй тип иҫәпләһә, диетологтар иһә иртәнсәк һәм киске бишкә тиклем ҡурҡмайынса ашарға була тип иҫәпләй. Ләкин ас ҡарынға түгел. Аллергия был тәмлекәстәрҙе саманан тыш күп ашауҙан барлыҡҡа килә. Ашар алдынан йылы һыуҙа йыуып алыу кәрәк. Мандариндың емеше генә түгел, хатта ҡабығы ла файҙалы икән. Унда антиоксиданттар күберәк. Емештәрҙе айырып тороусы сүстәрен дә һис ҡурҡыуһыҙ ашарға мөмкин. Улар флаваноид нобелетинға бай.
Ғөмүмән, мандарин организмадн токсиндарҙы сығарыусы, иммунитетты һәм кәйефте күтәреүсе Яңы йыл символы һаналған шәп, тәмле көньяҡ емеше. Тик уны ашағыҙ тәмләп кенә, самаһын белеп кенә!
Читайте нас: