Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Декабрь 2019, 12:15

Балаларға уйын майҙансыҡтары кәрәк

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса Сибай ҡалаһының “Аленушка” балалар баҡсаһында йомғаҡлау ултырышы үтте. Йыйылыш алдынан халыҡ баҡсаға йөрөүсе балаларҙың “Хыялымдағы майҙансыҡ” һүрәттәр күргәҙмәһе менән танышты. Уларҙың киләсәктә ниндәй майҙансыҡ тураһында хыялланыуҙары ошо эштәрҙә сағыла.

Йыйылышты мәғариф бүлеге етәксеһе Р.Р.Тураев алып барҙы. Ул программаның маҡсаты, унда ҡатнашыу талаптары, шарттары менән таныштырҙы. Халыҡ тарафынан бер нисә тәҡдим әйтелде. Шулай ҙа “Аленушка” балалар баҡсаһы майҙансығында уйын ҡорамалдарын урынлаштырыу күпселек тауыш йыйҙы.

Балалар баҡсаһына йөрөүселәр көн һайын тышҡа уйнарға сыға. Был көн режимының айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Саф һауа һәм хәрәкәт балаларҙың һау-сәләмәт, бәхетле булып үҫеүҙәренә булышлыҡ итеүсе төп фактор. Ә инде яңы уйын майҙансығы булдырылыу менән тыштағы уйындар тағы ла ҡыуаныслы һәм ҡыҙыҡлы буласаҡ. Инициатив төркөм баҡса тирәһендә йәшәүселәрҙе, ата-әсәләрҙе проектты финанслауға йәлеп итеү һәм бағыусы табыу өсөн барыһын да эшләйәсәк.

Сөмбөл Ильясова, Чайковский урамында йәшәүсе; Мәҙинә Хәсәнова, тәрбиәсе.