АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Декабрь 2019, 14:10

Улым—буласаҡ һалдат!

Миңзәлә СИРҒӘЛИНАБалаһының "не годен" булғанына түгел, улының ил һаҡсыһы була алырлыҡ булғанына ҡыуанһын ине әсәйҙәр

Яҙ-көҙ егеттәрҙе әрме сафына саҡырыу приказы сыҡҡан һайын ниндәйҙер тулҡынланыу кисерәм. Үҙ улдарымдың да ил сиге һаҡлар мәле яҡынлашҡан. Ун алты йәштәре тулып, тәүге военкомат саҡырыуҙарын алғас, әле бала ғына бит әле тип ҡуша эйәреп барҙым. Тик эске кейемдә генә ҡалған егеттәр бер ишеккә оҙон сират булып тора. Минең ише "бәпестәренән" айырыла алмаған әсәйҙәр коридорҙың бер осонда эскәмйәлә гәп һата. Араларында таныштарым булмаһа ла, балаларыбыҙ яҙмышы уртаҡлығы тиҙ һүҙ асҡысы бирҙе. Оло ғына бер апай әлеге мәлдә улының контракт менән хеҙмәт итеүен йәшермәй һөйләп ташланы:
— Уҡыуы һәйбәт булғас, уҡыһын тип тырыштым. Башта тыңланы, уҡытыусы булырһың тип тыҡый килдем. Аҙаҡҡы курстарҙа: "Нимәгә ул миңә уҡытыусылыҡ?"--тип аптыратты. Үҙем уҡый алманым, балам кеше булһын тип уйлағайным да бит, диплом алды ла: "Әсәй, бына һиңә диплом, миңә ул кәрәкмәй, һин һорағанға ғына уҡыным "- тип һалды.
Аранан кемдер берәү :
— Эй, улар башта шулай тиер ҙә ул, армиянан ҡайтһа: "Ҡана әле, әсәй, бир дипломды, эш белешәйем",-тиер әле, күрерһең бына, --тип һүҙ һалды.
Ә теге әсә бойоҡҡандай төҫ алды:
— Әллә инде, бигерәк оҙаҡҡа төҙөгән бит контрактын. Имен генә йөрөп ҡайтһа ярай ҙа...Ун биш йыл ун биш көн түгел бит. Етмәһә "горячий точка" ла. Көн дә яңылыҡтар ҡарайым да йөрәгемде усыма тотоп тик ултырам. Ят номер телефоныма шылтыратһа: "Уй, Аллам, үлтерҙеләрме икән әллә?"- тип ҡабынып барып алам. Ашағаным аш түгел, бала беләме ни шуны? Ишеү үртәп: "Мин ҡайтмаҫмын ул, әсәй",--ти кисә. Нимә уйлап шулай тиҙер инде?
— Шулай шул, хәҙер армия тыныс тиһәләр ҙә, һалдаттар үҙ-ара булһа ла атышып үлтерешеп ҡуя. Күҙ терәп көткән балаң тейәлеп ҡайтһын әле? Анһатмы ни?-- утҡа май һибеүселәр ҙә табылды арала.
— Әле бына икенсе улымды тикшерелергә әпкилдем. Ҡарынымда яралғандан алып балаҡайыма һаулыҡ теләһәм дә, ошо тороуҙа "не годен" тип кенә сығарһалар ярар ине тип теләйем. Тегенеһе ҡырҙа, быныһы ла ағаһын ҡабатлап ҡырға тартһа, тереләй янырмын бит, уф, Аллам...--шым ғына илап уҡ ебәрҙе апай.— Аталары малайҙарыма тип өй урыны "занимать" иткән булды, тора ана шул көйө. Килен алам, ейән-ейәнсәрҙәр һөйһәм тигән булдым, мәхрүм ултырыла ҡиблаға ҡарап хәбәр көтөп. Улымдың тиҫтерҙәре атай булып бөттө, минең балам аҡсаға алданып ғүмерен әрәм итә. Бер нәмәһен белеп тә "ҡайтмаҫмын ул" тиҙер әле...

“Улым военкоматҡа иҫәпкә тора, улым буласаҡ һалдат”,--тип ҡыуанып килеп инһәм дә, ауыр уйҙарға сорналып ҡайтырға сыҡтым .
Теләгем бер: аҡса эшләйем тип үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған егеттәр имен генә ҡайтһын ине, цинк табутҡа тейәлгән йәнһеҙ мәйетте бер ниндәй аҡса ла кире терелтә алмай. Балаһының "не годен" булғанына түгел, улының ил һаҡсыһы була алырлыҡ булғанына ҡыуанһын ине әсәйҙәр ҙә...
Миңзәлә Сирғәлина.