Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2019, 13:00

ШӘЛДӘРЕ АША ШАТЛЫҠ ӨЛӘШӘ

Һәр бер кеше—уҡылмаған китап. Яҡындан аралашмайынса, уның хаҡында бер ни белеп булмай. Яҙмыш осраҡлығы буйынса бер мәл Зимфира Хәйрулла ҡыҙына минең өйөмдә төн үткәрергә тура килде. Шул саҡ уның тормошо, ҡыҙыҡһыныуҙары һәм ғаиләһе тураһында белдем дә инде.

Яулыҡ һәм шәл—ҡатын-ҡыҙҙың алыштырғыһыҙ аксессуары. Уның күп йыллыҡ тарихы бар. Шуға ҡарамаҫтан, ул әле лә гүзәл заттарға айырым бер нәзәкәтлек бирә, биҙәк булып тора. Шаҡмаҡлап йә өсмөйөшләп бәйләнгән шәлдең йыл әйләнәһенә кәрәге тейә. Уны бәләкәй генә осоҡ ҡыҙҙар ҙа, оло ханымдар ҙа ярата.
Шәл бәйләүселәр инде—ысын ҡул оҫталары. Улар ғәҙәти генә нәмәнән ғәжәп бер мөғжизә тыуҙыра кеүек. Ундайҙарҙың ҡулы “алтын” тип әйтер инем мин. Юғиһә, ҡайҙан тыуһын шундай матурлыҡ?! Оҫта ҡуллылар бер ҙә эшһеҙ тормай бит ул. Һәр ваҡыт донъяны йәмләүҙәрен дауам итә.
Шундай оҫталарҙың береһе булған Зимфира Хәйрулла ҡыҙы Үтәғолова тураһында һөйләп китмәксемен. Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән ул.
Башҡорт дәүләт институтының сит телдәр факультетын тамамлаған Зимфира. Уның барлыҡ хеҙмәт юлы Йылайыр районының һәм Сибай ҡалаһының мәктәптәрендә үтә.
Зимфира—итәғәтле, эшһөйәр, алсаҡ һәм асыҡ ҡатын. Ул һәр ваҡыт башҡаларға ярҙамға килергә әҙер. Был уңған ханым әсәһенең юлы менән бара тип әйтер инем. Әсәһе, йәшләй генә тол ҡалып, дүрт баланы тәрбиәләп үҫтерә. Тегеүгә лә, бәйләүгә лә оҫта була ул. Зимфира бала саҡтан уҡ унан ошо оҫталыҡҡа өйрәнә.
Һәр бер кеше—уҡылмаған китап. Яҡындан аралашмайынса, уның хаҡында бер ни белеп булмай. Яҙмыш осраҡлығы буйынса бер мәл Зимфира Хәйрулла ҡыҙына минең өйөмдә төн үткәрергә тура килде. Шул саҡ уның тормошо, ҡыҙыҡһыныуҙары һәм ғаиләһе тураһында белдем дә инде.
Ул хәҙер хаҡлы ялға сығып, Сибай ҡалаһында йәшәй. Уның үҙ өйө, баҡсаһы бар. Баҡсаһында емеш-еләк һәм йәшелсәләрҙән тыш, күп төрлө сәскәләр ҙә үҫә. Сәскә үҫтереүгә һәм ҡул эштәренә һөйөүе уның ижади шәхес булыуын күрһәтеп тора.
Зимфираның сит телдәр буйынса белемен ҡыҙына тапшырыуы ниндәйҙер кимәлдә уның яҙмышын хәл иткән тип әйткәндә лә була. Ҡыҙы сит ил кешеһенә кейәүгә сыҡҡан, хәҙер Австрияла. Улы иһә Сочи ҡалаһында. Балалары йыраҡта йәшәгәс, әсәгә улар янына йыш ҡына сәфәр ҡылырға тура килә. Ғөмүмән, сәйәхәт итергә ярата ул Зимфира Хәйрулла ҡыҙы. Ул Европа илдәренең яртыһын тиерлек
гиҙеп сыҡҡан.
Ҡайҙа ғына булһа ла, уңған ханым ҡул эштәрен ҡалдырмай. Шуға күрә уның шәлдәре республикабыҙ халҡын ғына түгел, сит ил кешеләрен дә йылыта. Кемгәлер шәлдәрен һатып бирһә, кемгәлер бүләк кенә итә. Миңә лә матур бер шәл бүләк итте Зимфира ханым. Уны иңдәремә һалған һайын оҫтабикә ҡулының йылыһын һәм йөрәгендәге ихласлығын тойғандай булам.
Зимфира ханым, ҡулығыҙан һөйөнөгөҙ!
Надежда Булавина.
Йылайыр районы Йылайыр ауылы.
Читайте нас: