Дүшәмбе көнө Тажикстан һәм Ҡырғыҙстан сигендә атыш булды. Был хәл ике ауыл халҡының үҙ-ара һыйышмауынан килеп сыҡты. Тажиктар Воруха ауылына ингән ергә флагшток ҡуя. Был күрше ятҡан ҡырғыҙ ауылы Аксай халҡына оҡшамай, улар флагштокты алыуҙы талап итә. Ғауға мәлендә кемдер ҡорал ҡуллана. Аҙаҡ иһә киреһенсә тажик ауылы Ворухала ҡырғыҙҙарҙың “Аксай” тип яҙылған стела ҡуйыуҙарын әйтәләр. Ғәйеп кемеһендәлер, әммә унда 20-нән ашыу кеше йәрәхәт алған, бер кеше үлгән. Ведомство хәбәр итеүенсә, зыян күреүселәрҙең 6-һы милиция хеҙмәткәре, икәүһе—хәрби һәм бер сик һаҡсыһы.