АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
5 Августа , 03:30

Яугир диплом алды

Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты үҙенең сығарылыш уҡыусыларын һәр ваҡыт шатланып ҡаршы ала. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгән студенттарының килеүе айырыуса ҡәҙерле. Ошо көндәрҙә уҡыу йортона ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Падро» ҡушаматлы яугир килгән. Ул күптән түгел технология факультетын уңышлы тамамлаған, әммә хәрби хеҙмәте арҡаһында рәсми сығарылыш тантанаһына ҡатнаша алмаған.

Яугир диплом алдыЯугир диплом алды
Яугир диплом алды

 

Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов яугирҙе уҡыуын тамамлауы менән шәхсән ҡотлап, дипломын тапшырҙы, хеҙмәт осорон лайыҡлы үтеүен, ныҡлы һаулыҡ, тиҙерәк еңеү менән тыуған яҡҡа ҡайтыуын теләне.

Әйткәндәй, Сибай институтында уҡырға инергә теләүселәр өсөн документтар ҡабул итеү кампанияһы дауам итә. Шулай уҡ яугир балалары һәм махсус хәрби операция ветерандары документтарын тәү сиратта тапшырыу хоҡуғына эйә.

Хәнифә Игебаева.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас