Яугир әсәләре

Бөгөн һәр район һәм ҡалала яугир ҡатындары менән бер рәттән батыр улдар үҫтергән яугир әсәләрен дә йыш осратырға тура килә. Хәйбулла районының Атингән ауылында йәшәгән Мәҙинә Игебаева ла ике яугир әсәһе. «Башҡорт» һәм «Душман» ҡушаматлы улдары ата-олатайҙарының юлын лайыҡлы дауам итә. Олаталары Хөснөлхаҡ Игебаев 1951-1955 йылдарҙа дүрт йыл Украинала хеҙмәт итһә, Фәтих Игебаев ике йыл Харьковта әрме бурысын үтәгән.

Яугир әсәләреЯугир әсәләре
Яугир әсәләре

Кесе улы--«Башҡорт» ҡушаматлыһы Аҡъяр һөнәрселек училищеһын тамамлағас, хәрби хеҙмәткә саҡырыла, офицерҙар мәктәбен тамамлай. Хәрби өлкәне үҙ иткән егет 2007 йылда Тоцк ҡалаһында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, ил алдында хеҙмәт итеүен дауам итә. Төрлө яҡтарға командировкаларға йөрөй, Көньяҡ Осетияла ла, Сүриәлә лә булырға тура килә. Яугирҙең күкрәген «Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашыусы», «Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн», «Сүриә Ғәрәп Республикаһында тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһында ҡатнашҡаны өсөн», 2-се дәрәжәле «Хәрби батырлыҡ өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» һәм «Жуков» миҙалдары биҙәй.

Икенсе улы 2023 йылдың июнендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп алғы һыҙыҡҡа юллана. Хәрби хәрәкәттәр барышында күрһәткән батырлығы өсөн Генерал Шайморатов һәм Жуков миҙалдары менән бүләкләнә. Хәрби задание үтәгән ваҡытта ҡаты яраланып, оҙаҡ ваҡыт госпиталдә дауалана. Һаулығы торошо буйынса демобилизацияланған һәм тыуған яғына ҡайтҡан. Бөгөн әсәһе менән Атингән ауылында бергә йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш яралары яугирҙең сәләмәтлегенә зыян ғына килтермәгән, психик торошонда ла тайпылыштар булып алғылай. Тап ошо ваҡыттарҙа сабыр әсәнең дә күңеле борсоуға тула, улының киләсәге өсөн яфалана.

—Улың яныңда, иҫән-һау, тип әйтеүселәр бихисап. Эйе, уныһына Хоҙайыма мең рәхмәтлемен. Әммә уның киләсәге өсөн борсолам, ҡайһы ваҡыт үҙ-үҙенә контролде юғалтып ебәрә, шуныһы бигерәк ауыр. Сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшаһа ла инвалидлыҡ бирелмәгән, айына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы булараҡ дүрт меңдән саҡ ҡына күберәк пособие түләнә. Эшкә урынлаша алмай, сөнки физик эшкә яраҡлы түгел. Яраланған өсөн түләнгән аҡсаһына автомобиль һатып алды алыуын, әммә унда йөрөй алмай, водитель танытмаһы юҡ. Сәләмәтлеге торошона бәйле танытма бирмәйҙәр. Үҙем вахта ысулы менән райондағы тау сәнәғәте предприятиеларының береһендә эшләй инем, китергә тура килде. Улымды оҙайлы ваҡыт яңғыҙ ҡалдыра алмайым,–тип күҙ йәштәрен түкте Мәҙинә Хөснөлхаҡ ҡыҙы.

Йәнтеш ауылынан Мөнирә Таһированың улы Баязит та махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Аҡъюл ауылында тыуып үҫкән Мөнирә Йәнтүрә ҡыҙының Йәнтешкә килен булып төшөүенә лә 45 йылдан ашыу ғүмер үтеп тә киткән. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әлеге көндә «Һаҡмар» шифаханаһында эшләүен дауам итә.

—Улым бала саҡтан физик яҡтан көслө, спортты яратып үҫте. Башҡорт дәүләт университетының «География» факультетын тамамлап, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Сибай идаралығында хеҙмәт юлын башланы. Үҙ эшен шул тиклем яратып башҡарҙы, шуғалыр ҙа инде Ханты-Манси өлкәһенә эшкә саҡырҙылар. Махсус хәрби операция биләмәһенә бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам алып барҙы. Яугирҙәр менән яҡындан аралашып, улар менән аҙаҡтан бәйләнештәрен өҙмәй, туғандарына ярҙам итеп тора. 2025 йылдың аҙағында үҙе лә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп махсус хәрби операцияға юлланды. Көн һайын улымдың иҫән-һау булыуына доғалар уҡып, Хоҙайымдан ялбарҙым. Алламдың биргәненә шөкөр, июнь башында улым утлы ғәрәсәттән имен-аман сыҡты. Тиҙерәк һуғыштар бөтөп, илдә тыныслыҡ урынлашһын ине,--тине әңгәмәсем.

Яугир әсәһе Мөнирә Таһирова ирекмәнлек менән ихлас шөғөлләнә. Ауыл халҡы менән берлектә Йәнтеш мәҙәниәт йортонда ойошторолған «Изгелек» ирекмәндәр клубына йөрөй, бергәләп 150-нән ашыу маскировклауа селтәре үргәндәр, меңләгән окоп шәме әҙерләп, дрондан ҡурсалаусы юрғандар тегеп һәм ҡормалар үреп оҙатҡандар.

-Мөнирә Таһирова яугирҙәр өсөн дрондан ҡурсалаусы юрғандар теккәндә уның тилбер ҡулдарына күҙ эйәрмәй,--ти Йәнтеш мәҙәниәт йорто һәм «Изгелек” ирекмәндәр клубы етәксеһе Лена Ултраҡова.

Ире Шәкирйән Таһиров менән ике ҡыҙ һәм ҡыйыу ул үҫтергән Мөнирә Йәнтүрә ҡыҙы бөгөн һигеҙ ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй ҙә.

Хәйбулланың көслө рухлы яугир әсәләренә сабырлыҡ һәм рухи ныҡлыҡ теләйбеҙ һәм илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килеүен, яугирҙәрҙең яҡындары янына иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Кәримә Усманова.

Һүрәттә: ике һаҡсы үҫтергән Мәҙинә Игебаева, Йәнтештән яугир әсәһе Мөнирә Таһирова

Автор фотоһы.

Яугир әсәләре
Яугир әсәләре
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас