АТАЙСАЛ
+12 °С
Облачно
Антитеррор

Яу ҡырында яралыларҙы баға

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илмир Тимерғәле улы Бүләкәнов менән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында осрашып һөйләштек. Алғы һыҙыҡтағы хеҙмәте тураһында бик күп һөйләмәне, шулай ҙа аралашыу мәлендә үтә лә яуаплы һәм кәрәкле эш башҡарыуҙарына төшөндөк.

Яу ҡырында яралыларҙы бағаЯу ҡырында яралыларҙы баға
Яу ҡырында яралыларҙы баға

 

Илмир Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында Светлана һәм Тимерғәле Бүләкәновтарҙың ғаиләһендә тыуып үҫкән. Һөнәр һайлаған саҡта уға ата-әсәһе лә, бер туған Тимур ағаһы ла һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгесе булырға тәҡдим итә. Егет уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һала һәм Сибай медицина колледжына уҡырға инә. 2017 йылда ҡулына диплом алғас, әрме сафына алына. Ватаны алдындағы хәрби бурысын Росгвардия сафында үтә. Ҡайтҡас Сибайҙың ковид госпиталендә эшләй. 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға эләгә. Ҡаланың һаулыҡ һаҡлау тармағында эшләп йөрөгән ике тиҫтәгә яҡын ир-егет Ҡазанда хәрби әҙерлек үткәндән һуң алғы һыҙыҡҡа оҙатыла. Дүрт йылға яҡын инде улар хеҙмәттәренә тоғро ҡалып, яу яланынан сығарылған яралыларға тәүге ярҙам күрһәтеп, госпиталдәргә оҙата.

-Эшебеҙ ауыр ғына түгел, ныҡ яуаплы ла. Физик яҡтан көслө, сыҙамлы, түҙемле булырға кәрәк. Шуныһы яҡшы: яҡташтар бергәбеҙ, ҡайғы-шатлығыбыҙҙы уртаҡлашып, дөйөм маҡсатҡа—еңеүҙе яҡынайтыуға барлыҡ көсөбөҙҙө һалабыҙ,--ти яугир.

Илмирҙың ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыуын ата-әсәһе генә түгел, йәш кәләше Гөлнәзирә, 3 йәшлек улы Илнар түҙемһеҙлек менән көтә. Әбйәлилдән кәләш алып “баллы” айҙары үтеүгә, кейәү егет ил һағына баҫа. 2023 йылдың ғинуарында сабыйы тыуғанда ла ул һөйөклөһө янында була алмай. Иңдәренә шундай һынау төшөүен йәштәр яҡшы аңлай: бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлап, тиҙерәк бергә булыу минуттарын һанай.

-Бер туҡтауһыҙ гуманитар ылау ебәреп торған Сибай үҙәк дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә, яҡташтарға, хаттар яҙыусы уҡыусыларға ҙур рәхмәт! Тыуған яҡтан килгән һәр посылкаға, әйбергә ихлас ҡыуанабыҙ. Балаларҙың хаттарын уҡып, рухи көс алабыҙ, үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтып әйләнгәндәй булабыҙ,--ти Илмир Бүләкәнов, күҙҙәре янып.

4 йылға яҡын хеҙмәт итеү осоронда яҡташыбыҙ “Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарғаны өсөн”, генерал Шайморатов миҙалдары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы билдәһе менән наградланған. Әммә ул орден-миҙалдар алыу өсөн түгел, неонацизмдың сәскә атыуына юл ҡуймау өсөн көрәшә. Уның ата-бабалары ла Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец илбаҫарҙарының аяғын тыуған еребеҙгә баҫтырмаған. Ҡарт олаталараның береһе Ушанов Муллахмәт Ғатаулла улы (1911-1975) һуғыштың бөтә михнәттәрен үҙ иңендә татыған фронтовик булған. Өләсәһенең атаһы рядовой Хәлисов Сәхий Латиф улы 108-се уҡсылар дивизияһының 444-се полкы составында Смоленск өсөн барған ҡаты бәрәлештәрҙә, Курск дуғаһы һуғышында ҡатнашҡан.

-Ата-олатайҙар намыҫына тап төшөрмәҫкә тырышабыҙ. Эшемдең һөҙөмтәһен күреү, ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып алыу—һөнәрҙе дөрөҫ һайлауымды иҫбатлаһа, уның файҙалы булыуын күреү еңеүгә ышанысты арттыра,--ти егет.

Гөлдәр Ҡадаева.

фотолар Илмир Бүләкәновтың шәхси архивынан

 

Яу ҡырында яралыларҙы баға
Яу ҡырында яралыларҙы баға
Яу ҡырында яралыларҙы баға
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас