

Һуғыштан һуң ҡартатайым 12 йылдан ашыу Молотов исемендәге колхозда эшләй. 1957 йылда СССР Юғары Советы Указы менән уға «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы, ә 1975 йылда оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн «Хеҙмәт ветераны» миҙалы тапшырыла. 1957 йылдың майынан ул совхоздың үҙәк бүлексәһендә төрлө эштәр башҡара, ә 1958 йылдың декабренән 1975 йылға тиклем нефть базаһында төнгө ҡарауылсы булып эшләй.
Өләсәйем, Зөләйха Рәхмәтулла ҡыҙы Рәхмәтуллина менән, ҡартатайым 60 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән. Улар биш ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Өләсәйем быҙау ҡараусы һәм һауынсы булып эшләне. Шулай уҡ кешеләрҙе имләү менән дә булышты. Ул бик оҫта һөйәк төшөрөүсе булды, мейе һелкенеүен дә дауаланы, һөлөк һалды, бала таба алмаған ҡатындарҙың эсен һыланы, диагнозды рентген аша күргән кеүек дөрөҫ билдәләне. Уға бағынырға эргә-тирәләге бөтә ауылдарҙан да киләләр ине. Сирҙәре етди булғандарҙы табиптарға ебәрә ине. Өләсәйемдең был һәләте иң кесе ҡыҙы--Хәмдиәгә күскән.
Ҡартатайым менән өләсәйемдең 26 ейәне-ейәнсәре бар, бүлә-бүләсәләре бик күп. Ейәндәренең береһе, Камил Әхәт улы Нәбиуллин, Афғанстан һуғышында ҡатнашҡан һәм хәрби наградаларға эйә.
Мәҡәләмлә әсәйем—Илтининдарҙың иң өлкән ҡыҙы тураһында айырым яҙып үткем килә. Йәнбикә Кәлимулла ҡыҙы 1929 йылдың 21 октябрендә Иҫке Сибай ауылында тыуған. Уның бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән. Ҡәҙерлем 2 йәшендә үк эшләй башлаған: торф әҙерләгән, бесән сапҡан. Һуғыштан һуң әсәйем Хажиәхмәт Ғүмәр улы Байтуринға кейәүгә сыҡҡан. Ул алдынғы һауынсы булған, намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп наградаларға һәм «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған.
Мин, Нуриәхмәт Хажиәхмәт улы, өлкән улы, 20 йыл Сибай балалар музыка мәктәбендә һәм 22 йыл сәнғәт колледжында эшләнем. Халыҡҡа уйын ҡоралдарында уйнарға өйрәттем, мәктәптәрҙә ҡумыҙ, мандолина, балалайка түңәрәктәре алып барҙым. Намыҫлы хеҙмәтем «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме менән баһаланды. Гөлсирә апайым пенсияға сыҡҡансы совхозда бухгалтер булып эшләне. Бәләкәй ағайым Ғәлиәхмәт оҙаҡ йылдар Сибай совхозында хеҙмәт итте, шуның 15 йылын үҙәк ремонт оҫтаханаһы мөдире булып эшләне. Кесе апайым Фаниә Сибай икмәкханаһында эшләй.
Ҡартатайым менән 25 көн дауамында бесән сапҡан мәл хәтергә ныҡ уйылып ҡалған. Ҡыуыш ҡороп, бесәнлек өҫтөндә йәшәнек. Ул бик иртә торор ине, мин уянғанда әллә күпме эштәр башҡарып өлгөрөр ине. Ул ныҡ түҙемле кеше булды, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә тауыш күтәреүен бер ҙә иҫләмәйем.
Ҡартатайым Кәлимулла Латип улы Илтинин ауыр сирҙән һуң 1990 йылдың 5 июнендә 81-се йәшендә вафат булды. Уның тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙдә мәңге һаҡланыр. Ул барыбыҙҙы ла изге күңелле, эш һөйөүсән итеп тәрбиәләне.
Нуриəхмəт Байтурин.
фото авторҙың ғаилә архивынан