АТАЙСАЛ
+12 °С
Облачно
Антитеррор

Хәйбулланың һуңғы ветераны

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе берҙән-бер һуғыш ветераны Фәтхулла Әһлиулла улы Юламановҡа 15 июлдә 103 тула. 20 йәше тулмаҫ элек Ватаны һағына баҫҡан егет Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙған, ҡаты бәрелештәр барған мәлендә ҡанҡойош эсенә барып инә. Һуғыш мәхшәрҙәренән ҡотолоп тыуған яғына ул 30 йәшендә генә кире әйләнеп ҡайта ала.

Хәйбулланың һуңғы ветераныХәйбулланың һуңғы ветераны
Хәйбулланың һуңғы ветераны

 

Бөйөк Еңеү байрамында Хәйбулла районында иҫән берҙән-бер ветеран Фәтхулла Юламановтың йорто алдында парад ойошторолдо. Ҡарт һалдатты мөһим байрам менән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тәбрикләне һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау открыткаһын тапшырҙы.

Фәтхулла Юламанов Аҡъярҙа 7-се класты тамамлап, колхоздың төрлө эштәрен башҡарып, бил нығытып йөрөгәндә мәкерле фашистар Советтар Союзына вәхшиҙәрсә баҫып инә. 1942 йылда 1923 йылда тыуғандар фронтҡа саҡыртыла башлай. Фәтхулла Юламанов та, Шишмә, Дәүләкән райондарында хәрби әҙерлек үткәндән һуң 776-сы пехота дивизияһы составында Сталинград өсөн барған һуғышҡа юллана.

– Сталинградҡа табан беҙҙе йәйәү алып барҙылар. Бөтә нәмә емерек, ерҙең аҫты өҫкә әйләнгәйне. Донды паромдарға тейәлеп аша сығып, оборона тоттоҡ. Көстәр тигеҙ түгел, дошман ут яуҙыра, беҙҙекеләр ҙә бирешмәй. Ҡаты бәрелештәрҙең береһендә аяғым яраланды, башыма ла бомба ярсығы эләкте,--тип күҙ йәштәре аша хәтерләй ул ҡот осҡос мәлдәрҙе ҡарт һалдат.-Шулай бер мәл, ал-ял белмәй һуғышҡан саҡта, беҙҙекеләр нисектер алға китеп, дошман беҙҙе урап үткәнме, 100-ҙән ашыу кеше ҡамауҙа ҡалып, әсирлеккә эләктек...

Немецтар совет һалдаттарын ике-өс ай тирәһе сусҡа һарайында бикләп тота. Суровикино станцияһында уларҙы ҡайҙалыр алып китергә йыйынғандарында совет ғәскәре был ергә күпләп бомба ырғыта. Мәхшәр мәлендә күптәр ҡаса, Фәтхулла ла ике рус егете менән бер машинаға ултырып китә. Русса йүнле һөйләшә лә белмәгән ипле башҡорт егетен юлаусылары ярты юлда ташлай ҙа китә. Украина еренә барып сығып, шунда көндөҙ соҡорҙа йәшенеп ятып, төндә генә йөрөп, серек алма менән тамағын туйҙырған ваҡыттары аҙ булмай уның. Ябығып, йонсоп киткән егетте кешеләр күрһә, шикләнеп ситкә китә. Унан уны румын һалдаттары шәйләп алып, самолеттан төшөрөлгән диверсант тип, бер килке яфалай, туҡтауһыҙ һорау ала. Тамам хәле бөткән Фәтхулланы бәҙрәф кеүек урында бикләп тоталар. Көнө-төнө иҫтән яҙҙырғансы туҡмайҙар. Румындар, нисек кенә туҡмалһа ла, ауыҙынан бер тыны сыҡмаған совет һалдатының ныҡлығына аптырай. Шунан уны Польшалағы лагерға оҙаталар. Унда эргә-тирәләге илдәрҙән кешеләр килеп, тотҡондарҙы үҙҙәренә эшкә һайлап алып йөрөгән. Ат менән эш итә белгән Фәтхулланы итальяндар алып ҡайтып китә. Шулай итеп, ул эшләп тамаҡ туйҙыра, бер аҙҙан партизандарға эләгеп китә, унан өс-дүрт ай үтеүгә кеше яҙмыштарын пыран-заран килтергән ҡәһәрле һуғыш та тамамлана. Яу бөткәс, шул тирәләге лагерҙарҙа тотҡонда булған 25 меңләп кешене бер урынға йыялар. Шуларҙың меңдән ашыуы ғына Тыуған илгә ҡайтырға теләге булыуын белдерә. Ҡалғандарының да үҙ ерҙәренә бик ҡайтҡыһы килә лә ул, әммә улар, Иосиф Сталиндың "Хәрбиҙәрҙең пленға эләгеүе һәм дошманға ҡорал ҡалдырыу яуаплылығы тураһында"ғы 270-се бойороғо менән яҡшы таныш булғанлыҡтан, был уйҙарынан кире ҡайта. Ул мәлдә тотҡонлоҡҡа эләгеү Тыуған илгә хыянат итеүгә тиңләнә. Ниндәй генә михнәт күрһә лә, Фәтхулла, ни булһа ла булһын ти ҙә, ҡайтыу яғын ҡарай. Ул бер нәмәне яҡшы белә: үҙ теләге менән дошман яғына сыҡманы, бер ваҡытта ла һатылып, илебеҙгә ҡаршы эш алып барманы. Әсирлеккә хәрби алыш мәлендә, яраланып, ҡанһырап, иҫһеҙ ятҡанында эләкте. Уларҙы Австрияға оҙаталар. Артабан Фәтхулла Чехословакия, Венгрия ерендә хеҙмәт итә. 1947 йылда инде уларҙы Литваға алып киләләр һәм, тотҡонлоҡҡа эләккәне өсөн яза биреп, тағы ете йылға Себер тарафтарына ауыр эшкә оҙаталар. Мәңгелек боҙ ятҡан төбәктә ир ҡорона инеп, ҡылмаған гонаһтары өсөн тулы яза алып, 1953 йылда ғына Аҡъярға ҡайтып төшә.

Фәтхулла Юламанов ҡайтып ингәндә илебеҙ һуғыш михнәттәренән арынып, емереклектәр тергеҙелеп, тормош матурланып килгән саҡ була. Күрше ҡыҙы Гәүһәргә өйләнеп, матур итеп йәшәп китәләр, бер-бер артлы биш балалары тыуа. Колхозда ең һыҙғанып эшләп йөрөгән мәлдә, 1961 йылда, һуғыш яралары үҙҙәрен һиҙҙертә башлай. Аяғы шешеп китеп, оҙаҡ дауаханала ята. Табиптар һул аяғын ҡырҡырға ҡуша. Түҙемлеге, ныҡлығы менән сит ерҙәрҙә лә үлем тырнағынан ҡотолоп ҡалған башҡорт ир-егете был юлы ла, даими гимнастика яһап, дауалау физкультураһы менән шөғөлләнеп, аяғын һаҡлап ҡала.

Ветеран ҡатаны Гәүһәр Юламанова менән (мәрхүмә) 60 йыл бергә татыу ғүмер итә. Әлеге ваҡытта уҙаман Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ алған иркен фатирҙа ҡыҙы менән йәшәй. Башҡа балалары ла--улдары, ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре Фәтхулла Әһлиулла улы янына гел ҡайтып, хәлен белешеп тора.

Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығы уңайынан илебеҙгә дошман аяғын баҫтырмауға тос өлөш индергән ветеранға рәхмәт әйтәбеҙ һәм донъяла барған низағтар тиҙерәк тамамланып, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашыуын теләйбеҙ!

Гөлдәр Ҡадаева.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас