Ирекмәнлек уларҙың йөрәгендә

Хәйбулла районы кеше яҙмышына, тирә яҡта барған хәлдәргә битараф булмаған, ҡайғыртыусан, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер кешеләре менән ғорурлана ала. Маҡан ауылы ирекмәндәре лә, башҡалар кеүек, ил һаҡсыларының яҙмышына битараф түгел, уларҙың иҫән-һау өйҙәренә ҡайтыуын теләп, гуманитар ылау тупларға, маскировка селтәрҙәре үрергә һәм башҡа бик күп кәрәк-яраҡтар эшләргә, тегергә керешкән.

Ирекмәнлек уларҙың йөрәгендәИрекмәнлек уларҙың йөрәгендә
Ирекмәнлек уларҙың йөрәгендә

Ни тиһәң дә, маскировка селтәрҙәре һалдаттарҙы, ҡоралдарҙы, хәрби техниканы ҡурсалау өсөн бик кәрәк. Маҡан ирекмәндәренең эше күптән яйға һалынған һәм бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла. Ҡайһы берҙәре өйҙәрендә эшләй – ойоҡтар бәйләй, яҫтыҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тегә. Беҙ барған осорҙа ирекмәндәр үҙебеҙҙең яҡта йыйылған хуш еҫле шифалы үләндәрҙән сәй әҙерләү менән мәшғүл ине. Штаб эшләй башлағандан алып ирекмәндәрҙең махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатҡан маскировка селтәрҙәренең иҫәбе һаны юҡ. Һәр ауылдағы кеүек, мәҙәниәт йортоноң уртаһында селтәр үреү станогы тора. Хәҙер оло йөрәкле ауыл уңғандары оҫтарып та алған, селтәрҙе «Һә» тигәнсе үреп тә ҡуялар. Бында ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй, аралашыу үҙенә күрә йән дауаһы ла, тип билдәләй ирекмәндәр. Йорт мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, изге эшкә ҡушылған ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар эш араһында йырларға ла, үҙҙәре алып килгән тәмле ризыҡтар менән сәй эсергә ла өлгөрә. Селтәр үреүҙән тыш ирекмәндәр оҙайлы ваҡыт һаҡланырлыҡ ризыҡтар, шәхси гигиена әйберҙәре, медицинакәрәк-яраҡтары, оҙаҡ яна торған шырпылар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр йыйып ебәрә. Интернеттан видео дәрестәр ҡарап яраланғандарҙы ташыу өсөн махсус носилка тегергә өйрәнгән улар. Хәҙер үҙҙәре өйрәнгәнде башҡа ауылдарҙың ирекмәндәренә лә өйрәтәләр. Госпиталдә дауаланған яралыларға еңел кейелеп сиселә торған кейемдәр, яҫтыҡтар тегәләр. Барлыҡ Маҡан ауылы халҡы ла гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым алып килеп тапшыралар шулай уҡ МХО-лағыларға ярҙам йөҙөнән аҡса йыялар. –Волонтерҙар тиҙ генә эләктереп алып, үҙҙәре өйрәнеп, башҡаларға оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп өйрәтә беләләр. Яугирҙар беҙҙең ярҙамды алып, беҙ улар менән бергә икәнде белеп, ҙур таяныс тоялар. Әлбиттә, барыбыҙҙың да бер теләк — донъялар тиҙерәк тынысланһын, һалдаттарыбыҙ барыһы ла үҙ аяғында ҡайтһындар, — тине клубтың мәҙәни ойоштороусыһы Фәниә Нураева. Ихласлыҡ менән әҙерләнгән посылкаларҙы алып һалдаттар ҡыуаныр, саҡ ҡына булһа ла өй йылыһын тойор, тигән өмөттә маҡандар. Шулай берҙәм булып, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам күрһәтәйек, яугирҙарыбыҙҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйек. Ирекмәндәрҙең тырыш хеҙмәте һәм маҡандарҙың хәрбиҙәрҙе кәрәкле экипировка, һаҡланыу саралары һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү буйынса ярҙамы ил һаҡсыларының көнкүрешен еңеләйтер, тип ышанабыҙ. Ильнара Аптикова

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас