

Вил Роберт улы Чечняла йыл ярым хеҙмәт иткән, унан контракт төҙөп Дағстанда йөрөгән хәрби кеше булараҡ, тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операцияға юллана.
-Ирем сығышы менән Баймаҡ районының Юлыҡ ауылынан. Йылайыр районының Сәлим ауылында үҫкән. Минең нәҫел-нәсәбем Иҫке Яҡуп ауылынан. Үҙем 1987 йылда Япарһаҙ ауылында тыуғанмын,--тип ғаиләһе менән таныштырҙы Айгөл Радимир ҡыҙы.-Вил менән 2007 йылда өйләнештек, Япарһаҙҙа йәшәйбеҙ, Матрайға йөрөп эшләйем. Ике балабыҙ бар: улыбыҙ Вилнур Сибай педагогия колледжының физкультура бүлегендә уҡый. Ҡыҙыбыҙ Әҙилә Сибай гимназия-интернатында 7-се класта белем ала.
Ирекмәнлек эшенә Айгөл Нәзирова тәүге тапҡыр иренә район үҙәгенә барып посылка ебәргән ваҡытта ҡушылып китә. Йылайырҙар алғы һыҙыҡҡа ебәрергә гуманитар ылау әҙерләгән мәлдә йәш ҡатын яҡташтарының барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн тип тырышыуына һоҡлана. Илгә килгән афәт халыҡты берләштереүен күрә. Ирекмәнлекте Матрайҙа, Япарһаҙҙа киң йәйелдерә. Эргә-тирәләге Иҫке Яҡуп, Сәлим, Балапан, Суртан-үҙәк ауылдарында йәшәүселәр ҙә был хәрәкәткә ҡушылып, яугирҙәргә ярҙам итергә тотона. Айгөл Радимир ҡыҙы алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәр менән тура бәйләнеш тотоп, башлыса улар һорған әйберҙәрҙе, шәхси посылкалар ебәреүҙе ойоштора. Тора-бара Матрай мәҙәниәт йортонда ирекмәндәр штабы барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта бөтә гуманитар ылау ошонда туплана. Еңеүҙе яҡынайтыуға теләүсе һәр кем маскировка селтәре үреүгә өлөш индерә, аҡсалата ярҙам итә, яугирҙәр именлегенә ҡорбандар салдыра. Ҡышҡы айҙарҙа Преображенский ауылы ирекмәндәре теккән дронға ҡаршы 10 юрған һатып алып ебәргәндәр. Ауыл күстәнәстәре—әсе, сөсө икмәк, өй ризыҡтары, инструменттарҙы ла туҡтамай алғы һыҙыҡҡа оҙатып торалар. Матрай ауылы биләмәһе башлығы Руслан Йәрмөхәмәтов райондан йыйылған гуманитар ылауҙы 2 тапҡыр үҙе алғы һыҙыҡҡа алып барып тапшырған.
-Штабта гуманитар ярҙам йыйып ҡына ҡалмайбыҙ, ирҙәре, улдары махсус хәрби операцияла булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырып, донъя мәшәҡәттәренән арындырырға, уларға рухи яҡтан терәк-таяныс булырға тырышабыҙ. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: беҙҙең ирекмәндәр штабы Ләйсән Рабаданова етәкләгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына, әсәләренә ярҙам итеүсе, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар активын берләштереүсе «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы филиалы. Улар менән берлектә эшләүе еңел дә, ышаныслы ла. Улар беҙгә, беҙ уларға ярҙам итәбеҙ,--ти ирекмән Айгөл Радимир ҡыҙы.
Әлеге ваҡытта Матрайҙан, уға яҡын ауылдарҙан алғы һыҙыҡта 40-тан ашыу ир-егет йөрөй. Ҡыҙғанысҡа күрә, һәләк булғандары ла бар. Матрай мәктәбендә Иҙел Назарғолов, Ринат Түләбаев иҫтәлектәренә таҡтаташ ҡуйылған, герой парталары булдырылған. Япарһаҙҙа Зәкир Исҡужинға арналған таҡтаташ ҡуйылған.
- Ирем Вил Донецк тарафтарында неонацизимға ҡаршы көрәшә. Ул хәрби заданиеға китһә, 3-әр айлап хәбәр булмай. Йоҡом—йоҡо түгел, унан хәбәр көтөп көн менән төн бутала. Махсус хәрби операция тормошомдо ҡырҡа үҙгәртте. Элек илаҡ ҡына ҡыҙ инем, әле көслө рухлы ҡатын-ҡыҙға әүерелдем,--тип һөйләне Айгөл Радимир ҡыҙы.-Тыуған ил һағына баҫҡан ирем менән сикһеҙ ғорурланам. Ул өйҙә саҡта нисек донъя көткәнбеҙ, артабан да шулай алып барырға тырышам: 8 баш һыйыр аҫрайым, 30-ҙан ашыу ваҡ малым бар, күп итеп ҡош-ҡорт көтәм. Һыйырҙарымдың ағын эш итәм, ҡорот, ҡыҙыл эремсек, башҡа һөт ризыҡтары эшләп һатам. Малға бесән әҙерләүҙә урындағы фермер Бүләк Әптеков ярҙам итә. Утын хәстәрләүҙә ауыл биләмәһе башлығы Руслан Ислам улы ярҙам ҡулын һуҙа.
Улы Вилнур менән ҡыҙы Әҙилә лә әсәләренең ныҡлы ярҙамсыһы. Атайҙары өлөшләтә мобилизацияға эләккәс ҡыҙы ныҡ ҡайғыра. Ә улы атаһы менән сикһеҙ ғорурланыуын белдерә һәм беҙҙең быуынға ла шундай һынау төшһә, һис шикһеҙ Ватан һағына баҫасаҡмын, тип әйтә. Ата-бабаларыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында дошманды еңгән, бында ла Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, тип ныҡлы инана егет.
Мәҡәләне баҫмаға әҙерләгәндә ватсапта Айгөл Нәзированың статустарын ҡарап, ире Вил Роберт улының хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында хәбәр алдыҡ.
-Был юлы хәрби заданиенан сыға алмаған шул ҡәҙерлем. Иптәштәре уның батырҙарса һәләк булыуы хаҡында ҡот осҡос хәбәр еткерҙе. Әлегә мәйетен алып килмәгәндәр,--тип ҡайғыһы менән уртаҡлашты ҡатын.-Аһ-зарҙарымды баҫыр дауа эҙләп Һаҡмар буйҙарына төштөм. Ныҡ булырға, балаларым хаҡына йәшәргә көс табырға тырышам. Минең ебеп төшөүемде ирем оҡшатмаҫ ине. Ул бит ил именлеген һаҡлап ғәзиз башын һалды, ир-егеттең Ватаны алдында үтәргә тейешле бурысын атҡарҙы. Беҙҙең батырыбыҙ булды, шулай булып ҡаласаҡ. Уның рухына тап төшөрөргә хаҡыбыҙ юҡ. Башҡаларға бындай ҡайғы килмәһен! Юҡ-бар уйҙарға бирелмәҫ өсөн ирекмәнлек эшенә тағы ла нығыраҡ көсөмдө һалам. Еңеү барыбер беҙҙең яҡта буласаҡ!
Гөлдәр Ҡадаева.