

«Герой партаһы» Урал Айрат улының хәрби ҡаҙаныштарына тәрән хөрмәт символына әүерелде. Ул мәктәп уҡыусылары өсөн батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып хеҙмәт итәсәк.
Шулай уҡ ауылда Урал иҫтәлегенә вокал конкурсы уҙҙы. Сараға геройҙың ата-әсәһе, ҡатыны, туғандары һәм дуҫтары, шулай уҡ уның батырлығын хөрмәт итеүселәр йыйылды. Конкурс барышында ҡатнашыусылар Тыуған ил тураһында йырҙар башҡарҙы. Йәш һәм өлкән йырсылар үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын белдерҙе һәм Ватанды һаҡлаусы иҫтәлеген хөрмәтләне. Уларҙың сығыштары батырлыҡ, Тыуған илгә һөйөү һәм үҙ бурысын ахырынаса үтәгәндәргә рәхмәт менән һуғарылған.
Конкурс таланттарҙы күрһәтеү өсөн майҙансыҡ ҡына түгел, ә герой тураһында хәтерҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән мөһим ваҡиға ла була. Урал Айрат улының сыҙамлығы һәм батырлығына һәр саҡ дан йырланһын!