Гүзәл заттар тәбрикләнде

Өфө ҡалаһының «Торатау» конгресс-холында «Милләт әсәһе» Х Бөтә Рәсәй конкурсының финалы уҙҙы. Конкурста Башҡортостандан, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Татарстандан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәү һәм Ырымбур ҡалаларынан ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашҡан. Бөтәһе 500-ҙән ашыу ғариза килгән. Уларҙың иң яҡшылары бүләкләү тантанаһына саҡырылды.

Гүзәл заттар тәбрикләндеГүзәл заттар тәбрикләнде
Гүзәл заттар тәбрикләнде

 

 

Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, эшҡыуарлыҡ һәм башҡа өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған, әүҙем йәмәғәт эше алып барған гүзәл заттар айырым номинацияларҙа билдәләнеп, диплом һәм кубок алды. Шулай уҡ Рәсәй геройҙары, ысын ил патриоттары үҫтергән әсәләргә Рабиға Ҡушаева исемендәге «Милләт әсәһе» миҙалы тапшырылды. Улар араһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Сибай концерт-театр берекмәһенең халыҡ бейеүҙәре ансамбле репетиторы Лариса Шәйнур ҡыҙы Хәтмуллина ла бар. Был миҙал уның ижади карьераһында һәм шәхси тормошонда мөһим бер баҫҡыс булып тора.

Бейеүсе улы, Сибай концерт-театр берекмәһенең балет артисы Илнар Хәтмуллин махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Лариса Шәйнур ҡыҙы күрһәтелгән хөрмәткә һәм ярҙамға тәрән рәхмәтле булыуын белдерҙе. Социаль селтәрҙәрҙә ул үҙенең хистәре менән уртаҡлашты:

«Был проекттың финалисы булыу һәм шундай әһәмиәтле награда алыу--минең өсөн оло хөрмәт. Конкурсты ойоштороусыларға патриотик проект өсөн, республикабыҙҙың күренекле ҡатын-ҡыҙҙары, әсәләр һәм ҡатындары менән осрашыу мөмкинлеге биргәне өсөн рәхмәтемде белдерәм. Уларға уңыштар, именлек, сәләмәтлек һәм бар теләктәренең тормошҡа ашыуын теләйем. Бергә беҙ — көс. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! Мине ҙурлаусы, ҡайғыртыусы барлыҡ кешеләргә ҙур рәхмәтемде еткерәм».

Ошо уҡ миҙал менән Сибайҙан Максимова Любовь Фёдоровна ла бүләкләнде. Уның да ғәзиз улы махсус хәрби операцияла ғәзиз башын һалған. Иңенә ауыр ҡайғы төшһә лә Любовь Фёдоровна бирешмәҫкә тырыша, ҡала мәктәптәрҙә һәм колледждарҙа батырлыҡ дәрестәре үткәрә, уҡыусыларҙа, студенттарҙа илһөйәрлек тәрбиәләй, Тыуған илде яратырға, һаҡларға өндәй. Ире менән 38 йыл бергә татыу ғүмер итеүе менән дә улар күптәргә өлгө.

Мәртәбәле сарала Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбенең халыҡ ижады коллективы етәксеһе Асия Ғәйнуллина башҡорт түшелдеректәре, туҡымалы шәлдәр һәм этно-сумкалар күргәҙмәһен тәҡдим итте. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Халыҡ күңеле» Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты, халыҡ сәсәне Асия Солтан ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең «Хеҙмәт даны өсөн» ордены менән бүләкләнде.

Конкурстың шулай уҡ төрлө номинациялар буйынса еңеүселәре иғлан ителде. Сибай эшҡыуары, «Башмаркет» селтәре етәксеһе Зифа Нәдип ҡыҙы Яҡупова «Бизнес-леди» номинацияһында иң яҡшыһы булып танылһа, Дилә Ғәлиман ҡыҙы Игликова «Ирекмән» номинацияһында билдәләнде.

Бөтә еңеүселәр һәм финалистарға француз яулыҡтары тапшырылды. Башҡорт халҡында яулыҡ борон-борондан тыныслыҡ, еңеү символы һәм саф ниәттәр, ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштереү билдәһе булып тора.

Тәбәгебеҙҙең лайыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Уларға ныҡлы сәләмәтлек, именлек, тыныс, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ! Уларҙың ныҡлығы башҡа гүзәл заттарға юл яҡтыртһын!

Әйткәндәй, конкурс йыл һайын «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» ижтимағи-дәүләт ойошмаһы булышлығында үткәрелә. Уның төп бурыстары--ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһенең ижтимағи әһәмиәтле эшмәкәрлеген баһалау, ҡатын-ҡыҙ-әсә статусын күтәреү, Тыуған илебеҙ яҙмышында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижтимағи һәм сәйәси ролен әүҙемләштереү.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

 

 

 

 

 

Гүзәл заттар тәбрикләнде
Гүзәл заттар тәбрикләнде
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас