Бер ваҡиға тураһында Дилбәр Әһлиуллина хәбәр итә:
Тауҙар иле Дағстанда беҙҙең башҡорттар һымаҡ ябай халыҡ йәшәй. Беҙҙең барыбыҙҙы ла ил именлеге, тыныс һәм аяҙ күк йөҙө берләштерә. Дағстанда ла шул уҡ әсәләр, шул уҡ ҡатындар, шул уҡ балалар. Махсус хәрби операцияла ил һаҡлаған яугирҙар менән улар ҙа ғорурлана, улар ҙа яҡындарының иҫән ҡайтыуын теләй.
Ябай ғына, әммә иҫтәлекле бер ваҡиға тураһында ла һөйләп үтмәй булмай.
"Патимат апай менән беҙ өсөнсө конференция барғанда танышып, һөйләшеп киттек.Беҙ ҡыҙҙар менән бер рәттә ултырабыҙ, бер өлкән генә ҡатын әйләнеп ҡараны ла, "Һеҙ Башҡортостанданмы?" - тип һорай. "Эйе", - тибеҙ. "Минең МХО-ла һәләк булған улымдың иң яҡын дуҫы, ысын дуҫы Башҡортостандан ине", - тип дауам итте ҡатын һүҙен.
Ҡайһы райондан, кем икән ул тип һораша -белешә башлағайныҡ, ул яугирҙың дуҫы Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы (Азалия Баймырҙинаның күрше ауылы) егете Рәхимйән Рафиҡ улы Мөхөтдинов булып сыҡты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул дуҫтар - Дағстан егете Халатов Наджбулла Халатович та, беҙҙең Рәхимйән Рафиҡ улы Мөхөтдинов та 2022 йылда батырҙарса һәләк була. Икеһе лә үлгәндән һуң "Батырлыҡ" ордены менән бүләкләнә...
Беҙ, "Ете ҡыҙ" ойошмаһы ҡыҙҙары, Патимат апайға сабырлыҡ, һаулыҡ, ғүмер теләп, француз яулыҡ бүләк иттек".