Бөтә яңылыҡтар

«Ете ҡыҙ» Дағстанға барҙы

«Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре Дағстанға барҙы. Улар «Йөрәктәр берҙәмлеге: Берҙәмлек йылында Дағстан Һәм Башҡортостан» форумында ҡатнашты. Осрашыу мәлендә Рәсәйҙең беренсе Геройы Нурмагомед Гаджимагомедовтың әсәһе, «Дағстан Әсә-Героиняһы» алтын ордены кавалеры, Дағстан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Сапижат Мазаеваға улар йәмәғәт ойошмаһы француз яулығы бүләк иттек.

«Ете ҡыҙ» Дағстанға барҙы
«Ете ҡыҙ» Дағстанға барҙы

Республикабыҙҙа Ләйсән Рабаданова етәкләгән «Ете ҡыҙ» ирекмәндәр ойошмаһы эшләп килә. Уның Йылайыр, Әбйәлил райондарында филиалдары бар. Тиҙҙән уны Сибай, Баймаҡта ла асыу күҙаллана.

Әйткәндәй, күптән түгел «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре Дағстанға барҙы. Улар «Йөрәктәр берҙәмлеге: Берҙәмлек йылында Дағстан Һәм Башҡортостан» форумында ҡатнашты. Ойошма рәйесе Хәсәйбәт Вәлиева Башҡортостан ҡунаҡтарын йылы сәләмләне һәм төбәктәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Ете ҡыҙ» ойошмаһы ағзалары Дағстан ҡатын-ҡыҙҙар Союзы рәйесе Хасайбат Валиева менән бергә Махачкала ҡалаһында МХО яугиҙарәренең «Беҙҙең заман Геройҙары» III конференцияһында ҡатнашты. Сара Дағстан Башлығы Сергей Меликов башланғысы менән ойошторола. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, уларҙың ғаилә ағзаларын, власть органдары вәкилдәрен һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен берләштерләштергән мәртәбәле конференцияның маҡсаты - ныҡлы бәйләнеш булдырыу, тура диалог ойоштороу. Сөнки нәҡ ошондай сараларҙа яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары үҙҙәрен борсоған һорауҙарға тулы һәм ентекле яуаптар ала.

Осрашыу мәлендә Рәсәйҙең беренсе Геройы Нурмагомед Гаджимагомедовтың әсәһе, «Дағстан Әсә-Героиняһы» алтын ордены кавалеры, Дағстан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Сапижат Мазаеваға “Ете ҡыҙ” йәмәғәт ойошмаһы француз яулығы бүләк иттек.

«Ете ҡыҙ» Дағстанға барҙы
«Ете ҡыҙ» Дағстанға барҙы
«Ете ҡыҙ» Дағстанға барҙы
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас