Гөлнара Рафиҡова—«Камаз» позывнойлы яугирҙең әсәһе. Ире Йәмил менән бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергән улар. Ҡыҙҙары Розалина үҙаллы донъя көтә, ә улдары өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, яу биләмәһенә юллана.
—Себерҙә эшләп йөрөгән улыбыҙ өлөшләтә мобилизацияға эләккәс, тәүҙә шаңҡып ҡалдыҡ. Ни эшләргә лә белмәнек. Хәлдең ысынбарлығына ышанғас, иң тәүҙә кейем әҙерләүҙән башланыҡ.
Уларҙы тиҙ арала Ҡазан ҡалаһына хәрби әҙерлек үтергә ебәрҙеләр. Атаһы менән кәңәшләштек тә Ҡазанға үҙебеҙҙең еңел
автомобиль менән гуманитар ярҙам алып барырға булдыҡ.
Унда барғас ҡына, бар нәмә хәрби режимда икәнлегенә төшөндөк, хәлдең, ысынлап та, ҡатмарлы булыуын аңланыҡ,—
тип ул саҡтарҙы хәтергә ала Гөлнара Далха ҡыҙы.
—Артабан йоҡоһоҙ төндәр, һәр көн шылтыратыу йә иһә ябай ғына «Мин иҫән!» тигән һүҙ яҙылған смс-хәбәрҙе көтөү башланды. Хатта көн менән төн алмашынып киткән ваҡыттар ҙа булғылай, бигерәк тә алғы һыҙыҡҡа ингәндәрен белеү менән уларҙың ҡасан, нисек сығыуҙарын көтөп йөрөйһөң, доғалар уҡыйым, бары тик иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Улыбыҙ биш тапҡыр яраланды. Бик күп миҙалдарға лайыҡ булды, иң мөһиме—тиҙерәк донъялар тынысланһын!
Барлыҡ ир-егеттәребеҙ яҡындары янына иҫән-һау ғына ҡайтһын.