Бөтә яңылыҡтар

Ил һаҡсыһы үҫтергән атай

Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың аталары «Ватан һаҡсыһы атаһы» йәмәғәт наградалары менән бүләкләнде. Тантаналы сара Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығындағы Колонналар залында уҙҙы. Миҙал әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған, махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ветерандарына, уларҙың ғаиләләренә ярҙам иткән, йәштәр өсөн өлгө булып торған атайҙарға бирелә. Миҙалға лайыҡ булыусы 16 ир-егет араһында Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан Юныс Иштанов та бар.

Ил һаҡсыһы үҫтергән атай
Ил һаҡсыһы үҫтергән атай

 

 

Юныс Рәхимйән улына үҙ ғүмерен аямай ил тыныслығы өсөн һәләк булған улының батырлығын хәҙер ошо награда ла хәтерләтеп торасаҡ. Ир-егет ҡатыны Фәнүзә ханым менән 4 балаға ғүмер биреп, уларҙы матур итеп тәрбиәләп,уҡытып һөнәр биреп, оло тормошҡа оҙата. Махсус хәрби операцияла һәләк булған улы Булат 1980 йылда донъяға килгән игеҙәк (һыңары Морат) малайҙарҙың береһе. Егет 10-сы класты бөткәс Владикавказда хеҙмәт итеп, кире ауылға әйләнеп ҡайта. Колхозда иретеп йәбештереүсе булып эшләй, ғаилә ҡора. Теүәл бер йыл элек ул алғы һыҙыҡта батырҙарса һәләк була. Уның ҡатыны һәм бер улы ҡала.

Яугирҙең атаһы ҡул эштәренә оҫта. Үҙе эшләп алған станогында төрлө ағас һауыттар яһай. уУл бал ҡортон тотоусылар өсөн боронғоса солоҡ умарталар яһау менән мәшғүл. Уңған ир-егет йәй етеү менән төрлө файҙалы үләндәр йыя, 500-әр пар миндек бәйләй. Бер нисә йыл рәттән ирекмән булараҡ махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарға үлән сәйҙәре лә, миндек тә ебәрә. Йәнтеш ауылы халҡы менән берлектә маскировкала селтәре үреүҙә, дронға ҡаршы юрған яһауҙа, арҡан ишеүҙә әүҙем ҡатнаша.

-Иң мөһиме атайҙар яҡын кешеһе һәләк булғандан һуң юғалып ҡалмай, киреһенсә, йәмәғәт тормошонда әүҙем эшмәкәрлек алып бара, йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләүҙә ҡатнаша,--тине «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.-Улар ғаиләнең таянысы һәм яҡлаусыһы. Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына даими ярҙам күрһәтелә. Батыр яугирҙәребеҙ һәм уларҙың яҡындары иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.

«Ватан һаҡсыһы атаһы» йәмәғәт миҙалы 2024 йылдан тапшырыла. Награда «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы»ның Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе һәм «Ватан һаҡсылары» Дәүләт фондының төбәк филиалы менән булдырылған.

Юныс Рәхимйән улы Өфөнән миҙал алып ҡайтҡас Йәнтеш ауылы мәктәбендә улына бағышланған Герой партаһы булдырылды. Һәләк булғандан һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ булған Булат Юныс улы Иштановҡа бағышланған партаны ҡыйыу ир-егеттең атаһы һәм махсус хәрби операциянан ваҡытлыса ялға ҡайтан яҡташ яугир асты.

Гөлдәр Ҡадаева.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас