Бөтә яңылыҡтар

«Малой» - ҡыйыу яугир

БПЛА операторҙары разведка һәм күҙәтеү, дошман позициялары тураһында мәғлүмәттәр йыйыуҙан алып нөктәле һөжүмдәр яһау бурыстарына тиклем үтәй.

«Малой» - ҡыйыу яугир
«Малой» - ҡыйыу яугир

Ошо батыр яугирҙәр араһында Башҡортостан егеттәре лә күп. "Малой" 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операцияға китә. Тәүге йылдарҙа ул разведка ротаһында хеҙмәт итә. - БПЛА менән идара итеүҙе үҙем өйрәнә башланым, ә һорауҙар тыуғанда башҡа подразделениеларҙан егеттәргә мөрәжәғәт иттем. Улар минең менән тәжрибә уртаҡлашты. Шулай итеп, мин разведка дроны менәе идара итергә өйрәндем, - ти ул. Артабан взвод командиры уға FPV тибындағы дрон-камикадзе операторына уҡырға тәҡдим итә. Тәжрибәле инструкторҙар етәкселегендә осоу күнекмәләрен үҙләштереп, имтихандарҙы уңышлы тапшырғандан һуң "Малой" БПЛА операторы булып уңышлы хеҙмәт итә. Әгәр һеҙҙең БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында һорауҙарығыҙ булһа, уларҙы +7 964 956-75-41, +7 960 805-75-76 телефондары буйынса бирергә мөмкин.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас