Рәсимә Айса ҡыҙы—Шүлкә ауылы ҡыҙы. Әсәһенән иртә ҡалған ҡыҙ 5-се класты тамамлағас, Сибай интернатында һеңлеһе менән белем алыуын дауам итә. Ул бик яҡшы уҡый, матур яҙыуы өсөн гел маҡтала. Тик артабан уҡыу мөмкинлеге булмай. 1975 йылда Беренсе Этҡол ауылы егете Рафиҡ Рамаҙан улы менән ғаилә ҡора. Бер-бер артлы 6 балалары—өс ҡыҙҙары, өс улдары тыуа. Үкенескә күрә, ғаилә башлығының ғүмере ҡыҫҡа була.
—Ирем менән 21 йыл йәшәһәк, ҡәйнәм менән 36 йыл бергә торҙом. Ҡәйнәм бик эшлекле, отҡор, "боевой" булды, шахтала ла тир түкте, хаҡлы ялға сыҡҡас та дауаханала 9 йыл эшләне. Балаларҙы ҡарашты, кейәүгә биреп, кәләш алышты. Мин почтала, сельпола эшләнем. Унан быҙау ҡарарға сыҡтым, һауынсы булдым,—ти Рәсимә апай.
Ирһеҙмен тип тормай ул. Геүләтеп баҡсаһын да үҫтерә, мал да тота, ат егеп ҡатындарҙы фермаға эшкә лә алып йөрөй. Балаларын да шулай үҙ өлгөһөндә үҫтерә.
—Әсәйебеҙгә тәрбиәһе өсөн рәхмәтлебеҙ. Үҙе менән эшкә алып йөрөнө, өйҙә лә эшләтте. Мин, ҡыҙ бала булһам да, уға ҡарап ат егергә өйрәндем. Эшләгәнебеҙ уға булһа, өйрәнгәнебеҙ үҙебеҙгә булды. Әсәй ниндәйҙер кимәл дә талапсан да, уҫал да. Беҙҙе, алты баланы, аяҡҡа баҫтырып кеше иткәне өсөн әсәйемә лә, ҡартәсәйемә лә мең рәхмәт. Малайҙарҙы ла ысын ир итеп үҫтерә алды. Кемдер армияға ла бармаған мәлдә улар контракт төҙөп, Тыуған илебеҙгә хеҙмәт итте,—ти өлкән ҡыҙы Гөлгинә Рафиҡ ҡыҙы.
Илфат, Радик, Йосоп Рыҫҡужиндар—өсөһө лә яу юлын үткән егеттәр. Өлкәне Илфат хеҙмәт итеп 5 ай үткәс Чечняға эләгә, әрменән һуң Радик ҡустыһы менән контаркт төҙөйҙәр һәм 2014 йылда Украинала булалар. Радик 2023 йылда тағы ла контракт төҙөп махсус хәрби операцияға юллана һәм яраланып ҡайта. Йосоп Сибай медицина колледжын тамамлап, хәрби часта эшләй. Ул да Сүриәлә, Украинала махсус хәрби операцияла командировкала булған. Бер мәл хатта өс бер туған сиктә осрашҡандар (һүрәттә).
—2014 йылдарҙа уҡ Луганск, Донбасс тарафтарын-дағы хәрби хәрәкәттәрҙә булдым. Махсус хәрби операция башланғас, Авдеевка, Покровск, Кременная ҡалаларын алыуҙа ҡатнаштым. Свиридоновкала ҡаты яраландым. Ростовта, Сызранда хәрби госпиталдәрҙә дауаландым. Беҙҙе поездарҙа алып киткәндә үк, йәғни туҡталыштарҙа ирекмәндәр ярҙам итә башланы. Аҙыҡ-түлек, кейем бирҙеләр. Госпиталгә лә кәрәк-яраҡ алып килделәр,—ти Радик.
Яугир алғы һыҙыҡта йөрөгән мәлдәрен дә бер аҙ һөйләне. Йоҡоһоҙ төндәр, тыңғыһыҙ көндәр, һәр секунд үлем менән көрәш, һыуыҡтар, ямғырҙар, асығыуҙар Радикты һындыра алмаған. Бәләкәйҙән хәрби булырға хыялланған егет ошо яуҙы үтеүенә һис үкенмәй.
—Ярым бушап ҡалған емерек ауыл-ҡалаларҙа төрлө кеше осрап ҡуя ине. Миңә бер олатай осраны. «Рәсәй һалдаты» тип ихтирам менән ҡараны,—ти Радик.
Улдары махсус хәрби операциянан ҡайтһа ла Рәсимә Айса ҡыҙы тынысланмаған. Сөнки бөгөн Илфатының улы Илмир Ватан һағында. Ул да армияла саҡта контракт төҙөгән.
—Әсәйебеҙ ошо йылдар эсендә олоғайып китте, ҡан баҫымы төшмәне. Ут эсендә улдарың йөрөгәндә тыныс ҡалып буламы инде?! Радик яраланған саҡта, әсәйгә өндәшмәнек, әммә әсә йөрәге бик һиҙгер, белде, һиҙҙе. Бөгөн ейәне өсөн борсола,—ти ҡыҙы Гөлгинә Мәхмүтова.
—Йосоп улым командировкала булып, бөтә мәхшәрҙе күреп ҡайтҡас: «Әсәй, донъя ҡыумағыҙ. Бөтә нәмә лә ятып ҡала. Үҙегеҙ өсөн йәшәгеҙ»,—тине. Минең өсөн байлыҡ та, дан да кәрәкмәй, балаларым һау булһын. Улдарымды ла тейешле кимәлдә тәрбиәләй алғанмындыр тип уйлайым, уларҙың күкрәген орден-миҙалдар биҙәй. Тиҙерәк донъялар тынысланһын, уландарҙың имен-һау ҡайтыуын ғына теләйем,—ти батыр улдар үҫтереүсе Рәсимә Айса ҡыҙы.
Яңғыҙы тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ошондай батыр улдар тәрбиәләүсе әсәйгә һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ. Уның изге теләгенә беҙ ҙә ҡушылып, тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ килһен тибеҙ.
Резеда Усманова.