

Һүҙ нимә тураһында?
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре--былтыр Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса булдырылған ғәскәрҙәрҙең яңы элиталы төрө. Ил башлығы бындай ҡарарға күптән килде.
«Красная звезда» гәзите мәғлүмәттәре буйынса, ҡорал ҡулланып алышыуҙың 80 проценты дрондарға тура килә. Заманса хәрби бәрелештәрҙә бындай сараларҙың роле бик ҙур. Ғәскәрҙәрҙең алға ынтылыуы пилотһыҙ системалар менән идара итеү оҫталығына ныҡлы бәйле. Яңы ғәскәр юғары баһалана, ундағы яугирҙәргә айырым әһәмиәт бирелә, элиталы подразделениеларҙа урындар сикле.
Элек дрон операторҙары башҡа хәрби-иҫәп һөнәрҙәре буйынса иҫәпләнгән, хәҙер иһә уларҙың эше рәсми, юғары статус ала. Улар юғары класлы, яҡшы әҙерләнгән, автомат менән түгел, ә джойстик менән оҫта идара итеүсе яугирҙәр буласаҡ. Контракт үҙенсәлектәре
Контракт төҙөүселәр башҡа яугирҙәргә закон тарафынан ниндәй түләүҙәр, ташламалар һәм социаль гарантиялар индерелгән, шуларҙың бөтәһенә лә тулыһынса дәғүә итә ала. Шулай уҡ айырым өҫтәлмәләр ҙә бар
Улар фронт һыҙаты менән сағыштырғанда хәүефһеҙ арауыҡтан идара итәсәк; контракт аныҡ сикләнгән ваҡытҡа төҙөлә (1 йылдан алып); уларҙың теләгенән тыш пилотһыҙ осоу системалары менән бәйле булмаған икенсе хәрби һөнәрҙәргә күсереү тыйыла; студенттар уҡыуҙарынан академик отпуск алып, контракт төҙөй ала, ул тамамланғас бюджет иҫәбенә (урын булғанда) уҡыуын дауам итеү мөмкинлеге бирелә.
Пилотһыҙ осоу системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәтен үтәгән ил һаҡсыһына өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған--пилотһыҙ осоу аппаратын һөҙөмтәле ҡулланғаны өсөн уға 50 меңдән алып 500 мең һум аҡса ҡаралған.
Кем контракт төҙөй ала?
Кандидаттарға талаптар: Рәсәй гражданлығы булған ир-егеттәр, быға тиклем булған хәрби һөнәре әһәмиәтле түгел, бөтөнләй хеҙмәт итмәгән булыуы ла мөмкин; FPV-дрон операторҙары өсөн 18-35 йәш, ҡалған белгестәргә--18-45 йәш; сәләмәтлек хәрби хеҙмәт үтеүгә ирек биреү; белем--кәмендә 9 класс; ауыр енәйәттәр өсөн хөкөмгә тарттырылмаған булыу, һәр осраҡта ҡарар шәхсән рәүештә ҡабул ителә.
Геймерҙар, йәғни компьютер уйындарында рәт белгән, шулай уҡ дрондар менән идара итеү тәжрибәһенә эйә кешеләргә өҫтөнлөк бирелә.
Эш алымдарына өйрәтеү
Һайлап алыу аша үткән кандидаттар һәм контракт төҙөүселәр махсуслаштырылған уҡыу үҙәктәрендә башта ике айлыҡ курс үтә. Уларҙы пилотһыҙ осоу системаларын ремонтларға, көйләргә һәм программалаштырырға, 3D-моделләштереү, 3D-баҫма өлкәһендә эшләргә өйрәтәсәктәр. Төрлө типтағы пилотһыҙ осоу системалары—һауа, ер өҫтө, һыу өҫтө, һыу аҫты БПЛА-лары менән идара итергә, шулай уҡ коммерцияһы БПЛА-ларҙы көйләү, хеҙмәтләндереү, ремонтлауға ла өйрәтәләр. IP-селтәрҙәретөҙөү, радиоэлемтә булдырыу, топография картаһын үҙләштереү, инженер эшен белеү, беоприпастар менән эшләү, транспорт саралары менән идара итеүгә өйрәтеү ҙә программаға инә.
Курс һуңында хәрби-иҫәп специальносы буйынса буйынса танытма тапшырыла.
Артабан ошо ғәскәрҙәргә алынғандар махсуслаштырылған уҡытыу үҙәгендә белем ала һәм аҙаҡтан инде бөтә имтихандарҙы ла уңышлы тапшырғас, уларға хәрби-иҫәп специальносы буйынса танытма тапшырыла.
Ниндәй ташламалар ҡаралған?
Контракт төҙөүселәргә 1,4 миллион һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған аҡса бирелә. Ай һайын кәмендә 220 мең һум эш хаҡы түләнә. Эш хаҡы хәрби дәрәжә, вазифа, хеҙмәт оҙайлығына ҡарап арта бара. Дошман сәптәрен ҡыйраҡан өсөн 50 меңдән алып 500 мең һумға тиклем өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы статусы бирелә һәм уларға тәғәйен бөтә льготалар менән файҙалана алалар, шул иҫәптән Башҡортостанда өҫтәмә рәүештә индерелгән 50-нән ашыу ташламалар менән.
Шул иҫәптән: балалары мәктәптә бушлай туҡлана, һөт ризыҡтары бирелә,автобуста бушлай йөрөү, балалар баҡсаһынан сиратһыҙ урын бирелә, уҡыу йорттарында бушлай уҡыу һәм йәшәү, ял лагерҙарына йүнәлтмә ҡаралған.
Ғаиләлеләр бер нисә төр һалым түләүҙән азат ителә, кредит каникулы бирелә, арзан хаҡҡа торлаҡ алыу мөмкинлеге бар, концерттарға, күргәҙмәләргә бушлай инеү ҡарала.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
-Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссариатҡа (Сибай ҡалаһы, Пионерҙар урамы, 7, телефондар: 8-987-474-71-93, 8 (34775) 2-36-58, 8-996-100-90-87;
-контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156-се йорт);
-«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша ғариза бирергә мөмкин.
Ошо юлдарҙың ҡайһыһы аша эш иткәндә лә, үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет (булған осраҡта), белем тураһында документ һәм никах, балалар тыуыуы тураһындағы таныҡлыҡтар (булған осраҡта) алырға кәрәк.
Контракт буйынса хеҙмәттең ҡыҙыҡ линияһы—122.