+24 °С
Ямғыр


-Үҙем өсөн һатып алғайным, тик әлеге ваҡытта ул яугир-егеттәргә нығыраҡ кәрәк. Машинаны атайым Хәнәфи Миҙәхәт улы менән тулыһынса ремонтланыҡ. Әле район үҙәгенә атайым үҙе руль артында килде. “Нива” егеттәргә оҙаҡ хеҙмәт итһен, имен-һау булһындар, - ти изге күңелле райондашыбыҙ.
Әйткәндәй, Айсыуаҡ быға тиклем дә МХО-ға даими ярҙам күрһәткән егеттәрҙең береһе. Машиналар ремонтлап ебәрһенме, мунса эшләүҙә ҡатнашһынмы, МХО ғаиләләренә утын ташыуҙа ярҙам итһенме – бер эштән дә баш тартмай. Тырыш, ярҙамсыл райондашыбыҙға рәхмәттән башҡа ни әйтәһең? Уға һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
"Таң" гәзитенән